+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Юлдар саҡыра
8 Апрель 2022, 18:00

Беҙ - бергә!

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзының ойошторолоуына 35 йыл тулыууңайынан «Беҙ – бергә!» Ишембай ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтеойошмаһы ғәмәлгә ашырылғанэштәргә йомғаҡ яһау маҡсатындакүркәм сара үткәрҙе. Улар былматур байрамға ентеклеәҙерләнгән: ойошма етәксеһеГүзәл Шәһиева эшмәкәрлектәреняҡтыртҡан «Беҙ бергә!» китабынсығарған. Унда Ишембай ҡатынҡыҙҙарының бай тәжрибәһетупланған.

Беҙ - бергә!
Беҙ - бергә!

Саҡырылған ҡунаҡтар –Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙарсоюзының президиум ағзалары,ойошманың усағын дөрләтеүсеәүҙем аҫылбикәләр – күҙҙең яуын алған күлдәктәрҙә илаһи бер тулҡын хасил итте. Ишембай ағинәйҙәренең милли биҙәүестәр күргәҙмәһенән күҙҙәр ҡамашты. Райондың уңған ҡатын-ҡыҙҙары эшмәкәрлеген сағылдырған видеорәт ҡарағас, уның әүҙем лидеры Гүзәл Шәһиева сығыш яһаны. «Ысындан да бик күп эштәр башҡарылған, һөҙөмтәләргә өлгәшелгән –
уларҙы ентекләп һөйләй башлаһаң, сәғәттәргә һуҙылыр ине», – тине Гүзәл Ғайса ҡыҙы. Килгән ҡунаҡтарға ул шулай уҡ «Дуҫтарыма» йырын арнаны.
Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ҡулынан Ишембай уңғандары Нина Дурова, Нәйлә Вәлиева, Наталья Русакова, Әлфинур Яҡупова, Альмира Слепова Маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөндө.Фәүзиә Насирова, Нәсимә Әйүпова, Регина Дәүләтова, Эльвира Ғарифуллинаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаттарын БДМУ профессоры, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева тапшырҙы. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Маҡтау ҡағыҙҙарын Светлана Демьянова, Александра Вахрушина, Миләүшә Зәйнуллина, Рәйлә Суфиянова төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева ҡулынан алды. Рәзилә Бәхтиәрова, Нәсимә Собханғолова, Виктория Ғәлимова, Ғәлиә Фәйзуллина Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Уңған гүзәл заттарға ойошма етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина артабанғы эштәрендә уңыштар теләне.
Ә иң ҙур бүләк – Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының «Мәҙәниәт илсеһе» айырмалыҡ билдәһе педагог, мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай районының почётлы гражданы Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтановаға бирелде. Ил инәһе дәрәжәһенә күтәрелгән арҙаҡлы шәхесебеҙ был баһаға, һис шикһеҙ, лайыҡ. Уны ихлас ҡотлайбыҙ!
Ишембайҙар, әхирәттәре менән тәжрибә уртаҡлашып, эштәре хаҡында ла һөйләне. Һәр бала үҙ өйөндә, ата-әсәһе тарафынан бағылһын, етемдәрҙе ишәйтмәйек, ғаиләләр тыныс, татыу йәшәһен өсөн көс һалайыҡ, тинеләр улар. Нина Дурова, Рәзилә Бәхтиәрова, Светлана Демьянова, Наилә Вәлиева сығышынан урындағы советтарҙың тын алышын тойғандай булдыҡ.
Мин, баш мөхәррир булараҡ, ишембайҙарҙы журналыбыҙға әүҙемерәк яҙылырға саҡырҙым. Сөнки былтырғыға ҡарағанда районда уҡыусыларыбыҙ һаны 40-ҡа кәмене. Улар шул арҡала республика буйынса өсөнсө урынға ҡалды. Икенсе урынға 200 дана менән әбйәлилдәр сыҡһа, беренсе урында 350 дана менән баймаҡтар килә. Әммә барлыҡ райондарҙа ла алдырыусылар һаны ҡырҡа кәмеүе хафаға һала. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан ҡыҙы»на йылдың икенсе яртыһына яҙылыу бара. Ошо юлдарҙы уҡығандар, баҫмабыҙға яҙылыуҙы оҙайтып ҡуйһағыҙ ине.
БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы ағзалары эш сәфәре мәлендә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Стәрлетамаҡ районы Кантюковка ауылы мәсетенә лә һуғылды.
Юл буйында ултырған Кантюковка ауылының «Суфия» мәсетендәге эшлекле әңгәмәлә Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвера Ғүмәр ҡыҙы Иманғолова, ауыл советы депутаты Фәриҙә Ғүмәр ҡыҙы Кантюкова ҡатнашты. Мәсеттең имам-хатибы Рәмил хәҙрәт, изге эштәргә фатиха ҡылып, вәғәз-нәсихәттәрен уҡыны. Һөйләшеү барышында «Атайсал» проектына, «Суфия» мәсетен төҙөүгә ҙур өлөш индергән, ошо ауылда тыуып үҫкән Рәфҡәт Әбделхай улы Кантюковтың данлы эштәре хаҡында белеп ҡыуандыҡ. Сәфәрҙән һәр ваҡыт яңырып
ҡайтаһың. Яңы эштәргә дәртләнәһең. Был юлы ла шулай булды. Ишембайҙар һымаҡ сәмләнеп, халҡыбыҙ яҡшыраҡ йәшәһен өсөн, арымай-талмай хеҙмәт итергә, тигән уй менән таралышты аҫылбикәләр йыйындан.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: