

Беҙҙең легендар “AY YOLA” – Халыҡ-ара “Интервидение” музыкаль конкурсының яңы илсеһе!
Рәсәй президенты Владимир Путин "Интервидение" конкурсын үткәреүгә ҡул ҡуйғайны. Конкурс Мәскәүҙә 2025 йылдың 20 сентябрендә "live Арена" ла үтәсәк. Рәсәй исеменән Йырсы Шаман сығыш яһай.
Конкурста 20-нән ашыу илдең, Шул иҫәптән БРИКС, БДБ, Латин Америкаһы, Азия һәм Африка илдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Һиндостан, Ҡытай, Бразилия, Мысыр һәм башҡалар булырға тейеш.
Конкурстың беренсе мәҙәни илсеһе йырсы Дима Билан буласағы былдәле ине, икенсеһе - йырсы Клава Кока. Әле конкурстың өсөнсө яңы илсеһе билдәле булды. Ул – Башҡортостандан “AY YOLA” төркөмө
"Интервидение" халыҡ-ара музыкаль конкурсының яңы илсеһе менән таныштырыуығыҙға шатмын! Ҡаршы алығыҙ: “Ay Yola” төркөмө. Харизма, мәҙәни тамырҙарға хөрмәт һәм тамашасылар менән музыка һәм эпос телендә һөйләшеү оҫталығы башҡорт триоһының һәр сығышын ысын ваҡиғаға әйләндерә", - тиелә был хаҡтағы хәбәрҙә.
“Был беҙҙең өсөн абруйлы роль генә түгел — ул беҙҙең нимә эшләүебеҙҙең тәбиғи дауамы. Сөнки беҙҙең төп принцибыбыҙ - дәүерҙәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе музыка аша берләштереү, Ә конкурс тап ошондай диалог өсөн булдырылған.
Музыкала беҙҙең юл - традиция менән хәҙерге заман араһында нескә сик эҙләү. Һәр йырыбыҙҙа «Урал Батыр» эпосы йәнләнә - боронғо юлдар бөгөнгө телдә яңынан уйланылған һәм һөйләнелгән. Шуға күрә "Интервидение" илселәре булыу беҙҙең өсөн хеҙмәттәшлек кенә түгел, ә йәндәрҙең туғанлығы. Беҙ «Интервидение» бөтә донъянан таланттарҙы берләштерер һәм уның ҡиммәттәрен ғорурлыҡ менән күрһәтер тип ышанабыҙ!”, --тип яҙа “AY YOLA” төркөмө артистары.