+25 °С
Облачно

"AY YOLA" төркөмө - Беренсе каналда!

Кисә, 18 май, ватандаштарыбыҙ, бөтә донъяға билдәле "AY YOLA" төркөмө беренсе каналда сығыш яһаны.

"AY YOLA" төркөмө - Беренсе каналда!"AY YOLA" төркөмө - Беренсе каналда!
"AY YOLA" төркөмө - Беренсе каналда!

"Мечталлион"-дың даны  "AY YOLA" төркөмө шикелле бөтә донъяға таралһын ине",- тип башланы "Беренсе канал"да тапшырыуҙы алып барыусы Дмитрий Хрусталев. Ул төркөмдәгеләрҙән ҡасан музыка менән шөғөлләнә башлауҙары, башҡорт халыҡ музыка ҡоралы - ҡурай тураһында һораны. Ринат Рамазанов студияла ҡурайҙа уйнап ебәргәйне, тәндәр зымбырлап китте. Алып барыусыға ла ҡурай моңо бик оҡшаны. Музыканттар  конкрет миссия менән сығыш яһауҙары хаҡында әйтте, төркөм йырҙарының нигеҙен тәшкил иткән "Урал батыр" эпосы, Һомай, Аҡбуҙат, ҡылыс, изгелек менән яманлыҡтың көрәше хаҡында һөйләп үтте. Эпос йөкмәткеһе буйынса барлығы 12 йыр ижад ителгәнлеге, альбом йәй көнө сығасағы хаҡында һәм тағы ла бер клип буласағы хаҡында хәбәр иттеләр. "Ни өсөн төркөмдөң беренсе  клибының презентацияһы Мәскәүҙә булманы?" - тигән һорауға, төркөмдәгеләр "Урал батырҙың тыуған ере Башҡортостанда, шуға презентация ла республикабыҙҙың баш ҡалаһында булды", - тип яуап бирҙе.

Әйткәндәй, "Башҡортостан ҡыҙы" был сараны төшөрөп, видеоһын күрһәткәйне. 

Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ, беҙ һәр саҡ яңылыҡтар уртаһында.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас