+25 °С
Облачно

Харис Шәриповтың концертына рәхим итегеҙ!

1994 йылда Смоленск ҡалаһында “Рәсәй тауыштары” йыр конкурсында ҡат­наша ул. Баһалама рәйесе данлыҡлы Людмила Зыкина була. Конкурста көмөш миҙал һәм II дәрәжә диплом менән бүләк­ләнә. Һуңынан лауреат булараҡ Мәскәүҙең Колонна залында сығыш яһай. “Тамашасы алҡышлай, башҡорт халыҡ йырҙа­рын ҡабат-ҡабат башҡарыуымды һорай, ихласлап “Браво!” ҡысҡыра...”,- тип хәтерләй Харис Шәрипов. Шул сығышты бер нисә тапҡыр Үҙәк телевидениенан күрһәтәләр.

Харис Шәриповтың концертына рәхим итегеҙ!Харис Шәриповтың концертына рәхим итегеҙ!
Харис Шәриповтың концертына рәхим итегеҙ!

Харис Шәриповтың йырын бер ишеткәндәр уны башҡа бер йырсы менән дә бутамай. Үҙенсәлекле тембрлы тауыш мәңгелеккә хәтерҙә ҡала. Өҫтәүенә, уның тауышы көслө лә, эстрада йырҙарын да, халыҡ йырҙарын  да оҫта башҡара.

Йырсы тыумышы менән Мәләүез районының Апас ауылынан. Бәләкәй сағынан йыр-моңдо һеңдереп үҫә, сөнки өйҙәрендә һәр саҡ йыр яңғырап тора.

Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында, Джон Мусин класында уҡығанда,  халыҡ араһында таралған, әммә ҙур сәхнәләргә сыҡмаған йырҙар менән ҡыҙыҡһына башлай. Ул йылдарҙа уҡ “Беҙҙең ил”, Зиннур Ураҡсиндың “Мин һиңә ҡайтырмын йыр булып” тигән әҫәрен башҡара. “Ҡоҙа менән ҡоҙаса” әйтешен курсташы Резеда Әминева менән бергә баш­ҡара.

Уҡыуҙан һуң хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филар­мо­нияһының хор капеллаһында башлай. Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инә. Рөстәм Ҡудашев етәкселек иткән “Илһам” ансамблендә бер йыл эшләй, алып барыусы ла, йырсы ла була.
Халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова менән эшлә­гән осор  хаҡында матур иҫтәлектәр һаҡлай йырсы: “Рәсәй буйлап бихисап ҡалала сығыш яһаныҡ. Беҙҙе һәр ерҙә көтөп торалар, яҡшы ҡаршылайҙар, концерттар аншлаг менән үтә... “, - тип һөйләй. Ульяновск, Һамар, Һарытау, Ижау, Ырымбур, Себер ҡалаларында сығыш яһай улар.

Алып барыусы булып эшләгән осорҙа Башҡортостан, Татарстан яҙыусыларының көлкөлө, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәренә таянып, халыҡҡа нескә юмор аша заман проблемаларын да еткерә улар.  

Бынан тыш Өфө дәүләт сәнғәт институтында ре­жис­серлыҡҡа ла уҡый. Унда Александр Карякин класында белем ала. Бында ул урыҫса йырларға, тамашалар алып барырға өйрәнә. Айырым концерт менән сығыш яһап, диплом яҡлай.

1994 йылда Смоленск ҡалаһында “Рәсәй тауыштары” йыр конкурсында ҡат­наша ул. Баһалама рәйесе данлыҡлы Людмила Зыкина була. Конкурста көмөш миҙал һәм II дәрәжә диплом менән бүләк­ләнә. Һуңынан лауреат булараҡ Мәскәүҙең Колонна залында сығыш яһай. “Тамашасы алҡышлай, башҡорт халыҡ йырҙа­рын ҡабат-ҡабат башҡарыуымды һорай, ихласлап “Браво!” ҡысҡыра...”,- тип хәтерләй Харис Шәрипов. Шул сығышты бер нисә тапҡыр Үҙәк телевидениенан күрһәтәләр.


“Миңә һирәк ишетелгән йырҙарҙы башҡарыу оҡшай. Мәҫәлән, күрше Миңнулла бабайҙың “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылған “Был донъяның ҡәҙерен беләйек” йырын күреп ҡалдым да уны тамашасы хөкөмөнә сығарҙым. “Һылыу ҡыҙ Хәтирә”не “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан алып өйрәндем”, - ти йырсы.

Ә инде йырсының яратҡан артистарына килгәндә, улар – Рамазан Йәнбәков, Әлфиә Авзалова, Миәкә районынан Мөхәммәт Садиҡов. Йәшерәк быуын йырсыларынан Искәндәр Ғәзизовтың, Рәдиф Зариповтың, Марсель Ҡотоевтың, Рөстәм Шаһыбаловтың тауыштарын ярата ул.

Харис Шәрипов мәҡәләләр ҙә яҙа. Ижадташ дуҫтары Нәзифә Ҡадирова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Әлфиә Кәлимуллина, Нурия Абдуллина, Хима Йәнбир­ҙина, тауыш операторы Марат Йосопов, бейеүсе Гүзәл Мамина, һүҙ оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллина тураһында һүрәтләмәләре Башҡортостан матбу­ғатында донъя күрә.

Йырсының ғаиләһе лә уның йырҙарына, эшенә яратып ҡарай. Ҡатыны Вәлимә менән ике бала үҫтергәндәр. Ғаиләһе йырсының йөрәк менән, йәнең, зауығың менән йырлау кәрәк тигән фекерен уртаҡлаша.

Әйткәндәй, 15 май, Өфө балалар филармонияһында (Октябрь проспекты, 33), сәғәт киске 7-лә Харис Шәриповтың “Йылдарҙан ҡала йырҙар” тип исемләнгән  концерты буласаҡ. Йыр-моң һөйөүселәрҙе концертҡа саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас