+25 °С
Облачно
Йондоҙло яңылыҡтар
15 Апреля 2025, 07:10

“AY YOLA” төркөмө артистарына маҡтаулы исемдәр биреләсәк

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров “AY YOLA” төркөмө артистарына маҡтаулы исемдәр биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйған.

“AY YOLA” төркөмө артистарына маҡтаулы исемдәр биреләсәк“AY YOLA” төркөмө артистарына маҡтаулы исемдәр биреләсәк
“AY YOLA” төркөмө артистарына маҡтаулы исемдәр биреләсәк

Радий Хәбиров әйтеүенсә, артистар күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә. "Улар афариндар! Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәтлемен" - тине.

Шулай итеп,

Ринат Рамазановҡа – “Башҡортостандың халыҡ артисы”,

Руслан һәм Адель Шәйхетдиновтарға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”

исемдәре биреләсәк!

Почетлы исемдәрҙе биреү тантаналы шарттарҙа үтәсәк.

Артистарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!!

Артабан да ижад итеп, сәхнәләрҙең түрендә йондоҙ булып балҡырға яҙһын!

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас