+25 °С
Облачно
Йондоҙло яңылыҡтар
7 Апреля 2025, 06:24

Рөстәм Ғиззәтуллин русса йырлай башлаған

Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин үҙенең “Яҙ килә” хитын рус телендә йырлап яҙҙырған. Тексты рус теленә Айгөл Үтәгәнова тәржемә иткән. Артист йырҙың фрагменты менән социаль селтәрҙә бүлешкән.

Рөстәм Ғиззәтуллин русса йырлай башлағанРөстәм Ғиззәтуллин русса йырлай башлаған
Рөстәм Ғиззәтуллин русса йырлай башлаған

“Ниһайәт, мин һеҙҙең күптәнге үтенесегеҙҙе башҡарып сығарҙым. “Яҙ килә” йырын рус телендә яҙҙырҙым. Был ябай тәржемә түгел – был минең үҙем аша үткәрелгән яңы хис, яңы яҙ”,- тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәрҙә. – “Тиҙҙән йырҙы тулыһынса ишетерһегеҙ. Һеҙҙең ҡеүәтләүегеҙгә иҫәп тотам – ул һәр саҡ миңә үҫергә ярҙам итте”

“Яҙ килә” йыры 2002 йылда ижад ителгән, 2003 йылдың яҙында популярлашып китә. Унан һуң уны күп йырсылар йырлай, Элвин Грейҙың кавер-версияһы күптәрҙең хәтерендә ҡалды.

Мәғлүмәт “Башинформ” сайтынан алынды.

Фото йырсының шәхси сәхифәһенән.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас