-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
7 Февраль 2023, 15:09

“Башҡортостан тамашасыларын яратам!”

Кисә Башҡортостандың “Россия” медиаүҙәгендә Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, тамашасыларҙың яратҡан йондоҙо Илсөйә Бәдретдинова менән матбуғат конференцияһы булды. Илсөйә  үҙенә генә хас һөйкөмлөлөгө, ябайлығы, ихласлығы менән әңгәмәләшеүселәрҙең күңеленә хуш килде. Башҡортса йырларға хыялы барлығын да йәшермәне. Саф башҡортса “Һаумыһығыҙ” тип  иҫәнләште. Кисә төн буйы был һүҙҙе дөрөҫ әйтергә өйрәндем, тине ул, ихлас йылмайып. Йырсының  төрлө милләттән торған шоу-командаһында ике шәп башҡорт егетенең булыуы ла оло ҡыуаныс. Уларҙың береһе, танылған композитор, продюсер, аранжировка эшләүсе, бик күп хиттар авторы Архангел егете Илдус Дәүләнов булһа, икенсеһе - Учалы районы Кәрим ауылынан төрлө уйын ҡоралдарында оҫта уйнаусы, талантлы йырсы  Илнур Ҡоләхмәтов.

“Башҡортостан тамашасыларын яратам!”
“Башҡортостан тамашасыларын яратам!”

Йырсы әйтеүенсә, Башҡортостандағы тәүге концерттарының береһе Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында була һәм уға 15 кеше генә килә.

 “Мин шундай бәхетле инем, сөнки уларға тиклем концерттарыма бер кем дә килмәгәйне", - тине ул, ижад юлының нисек башланыуын хәтеренә төшөрөп. Бөгөн иһә йырсының һәр концерты ҙур аншлаг менән тулы залдар йыя.

Өфөлә Илһөйә Бәдретдинованың 10 концерты планлаштырылған, тағы ла өҫтәмә өс концерт май айында буласаҡ. Әйткәндәй, йырсыға 4 февралдә 42 йәш тулды һәм ул тыуған көнөн баш ҡалабыҙҙа  билдәләне. “Өфө тамашалары - күңелемә уйылып ҡалырлыҡ иҫтәлекле ваҡиға ул, быйылғы тыуған көнөм дә шул тиклем матур, күңелле үтте. Киләсәктә лә йыл һайын тыуған көнөмдө Өфөлә үткәрәсәкмен, был матур бер традицияға әйләнер, моғайын, тип ышанам", - тине ул.  

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: