-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙло яңылыҡтар
7 Апрель 2022, 00:05

Сәхнәлә – “Бөйрәкәй”!

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Театр факультеты студенттары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы буйынса бер ғаилә тарихын (storytelling) сәхнәләштерҙе. Әҫәр менән таныш булғас, башта нисек килеп сыҡҡан, ҡайһылайтып роман-эпопеяны сәхнәгә һыйҙыра алдылар икән тигән ҡыҙыҡһыныу алып килде тамашаға күптәрҙе.

Сәхнәлә – “Бөйрәкәй”!
Сәхнәлә – “Бөйрәкәй”!

. Тамашаның тәүге минуттарынан уҡ спектаклгә алып инеп китә алды йәш артистар. Спектаклдә ҡатнашҡан III курс студенттары Нәркәс Ҡалмырҙина, Илгизәр Ҡоҙашев, Азамат Шаһисолтанов, Зәлифә Йәһүҙина, II курстан Зөлхизә Маҡсүтова,Айзилә Төркмәнова үҙ ролдәренә шундай яуаплы ҡараған. Һәр бер образ йөрәктән үткәреп, ентекле уйланылған. Шуға ла уларҙың һәр һүҙен тамашасы йотлоғоп тыңланы, һәр хәрәкәтенән мәғәнә эҙләне. Музыкаль яҡтан спектаклде Байегет Мөхәрләмов биҙәгән. Башҡорт халыҡ йыры “Бөйрәкәй” Гөлсәсәк Зарипова башҡарыуында яңғыраны. Ҡуйыусы режиссеры – Р.Т. Харисоваға, сәхнә теле уҡытыусыһы, профессор З. Х. Хөсәйеноваға һәм курстың художество етәксеһе, профессор Т.Д. Бабичеваға айырым рәхмәт. Ниндәй талантлы балаларға улар юл яра, оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрә, тип уларҙың хеҙмәтен юғары баһаланы спектаклде ҡарағандар.

Яҙыусы Таңсулпан Ғарипова ла әҫәрен сәхнәлә күреүҙән сикһеҙ бәхет кисерҙе. Спектакль аҙағында йәштәргә рәхмәт белдереп, артабан да ижади уңыштар теләне. “Милли сәнғәтебеҙгә таланты йәштәр килеүенә шатланып ултырҙым, төрлө характер ижад итә, төрлө образға инә алыуҙарына һоҡландым. Иҫ китмәле ҡыуаныслы хәл был”, – тине ул.

Киләсәктә йәш артистар театр сәнғәтендә йондоҙ булып балҡыр, беҙ уларҙың һәр береһенең  ижадының үҫкәнен ҡыҙыҡһынып күҙәтербеҙ әле, тигән ышаныс менән таралыштыҡ. Ынйы бөртөктәре булып балҡып күҙгә күренгән йәштәрҙең ҡанаттары нығынһын, уларҙы ҙур сәхнәлә күрергә яҙһын.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: