-4 °С
Болотло
Ут-һыуҙан үткәреп һөйөүҙе,
Балҡырмын йылмайып мин көлдән.
Ҡалҡаның булырға ҡайтырмын,
Гөлләмә алырмын һиңә тип.
Башымды эйермен алдыңда –
Мөхәббәт, сабырлыҡ еңә тик.
Көткәнгә ышанып, һағынып,
Мин тере сығырмын ут-һыуҙан.
Һин бит ул – мин тиеп йәш түккән,
Мин юҡта борсолоп, юҡһынған.
Вәғәҙә!
Ир һүҙе!
Ҡайтырмын!
Еңелеп ҡалмаҫмын был юлда,
Һөйөүең һәм һинең ышаныс –
Ҡеүәтле бер ҡорал ҡулымда!
«Дипломант» ҡушаматлы яугир