+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

10 йәшлек башҡорт ҡыҙы «Йәш Мисс Рәсәй 2022» гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулаған

Бөйөк Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған фестивалдә беҙҙең башҡорт ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Регина Хужина Гран-при яуланы. Байрамда ул халыҡ-ара гүзәллек конкурстарында ҡатнашыу өсөн сертификат менән бүләкләнде. 

10 йәшлек башҡорт ҡыҙы «Йәш Мисс Рәсәй 2022» гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулаған
10 йәшлек башҡорт ҡыҙы «Йәш Мисс Рәсәй 2022» гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулаған

Бөйөк Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған фестивалдә беҙҙең башҡорт ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Регина Хужина Гран-при яуланы. Байрамда ул халыҡ-ара гүзәллек конкурстарында ҡатнашыу өсөн сертификат менән бүләкләнде. 20 йыл ойошторолған конкурста Башҡортостан ҡыҙы беренсе тапҡыр ҡатнашты.   

 Мәскәүҙә «Miss & Mister Effulgence» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында «Мини мисс» исемен алды. Еңеүселәрҙе Вячеслав Зайцев һәм мода тарихсыһы, «Модалы хөкөм» программаһы алып барыусыһы Александр Васильев бүләкләне. Матурлыҡ һәм моделдәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар билдәле дизайнерҙар кейемен күрһәтте.  

 Был Гран-при — 10 йәшлек ҡыҙҙың унынсы еңеүе. 2021 йылдың майында ул «Башҡортостан гүзәле» конкурсының балалар номинацияһында еңгәйне, Мәскәүҙә «Miss & Mister Effulgence» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында «Мини мисс» исеменә лайыҡ булғайны.

«Биш йәшемдән Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең балалар бейеү студияһына йөрөйөм. Мода күрһәтеүҙәрҙә ҡатнашам, инглиз телен өйрәнәм, яҡшы уҡыйым. Йыр һәм сәхнә телмәре оҫталығы буйынса дәрестәр алам. Яңыраҡ йыр яҙҙырҙым!», — ти Регина Хужина.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: