-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
11 Март 2023, 11:50

Ҡулдарынан нур тама

Кисә БР Милли музейында алтын ҡуллы Мәҙинә Ҡалдаманова  кәрзин үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Киске сәғәт 18.00 башланып, 4 сәғәт дауамында барған оҫталыҡ дәресендә ҡыҙҙар  был үҙенсәлекле һөнәрҙең нескәлектәренә төшөндө һәм ҡулдарына үҙҙәре эшләгән кәрзин-кашполарҙы алып һөйөндө. Әбйәлил  районының Туйыш ауылы һылыуы бөгөнгө көндә Шамонин ауылында йәшәй. Ҡулдарынан нур  тамған Мәҙинәнең  оҫталығына иҫ китерлек, күҙҙәр генә теймәһен!  Матурлыҡҡа ғашиҡ ҡыҙ ротангтан гөл, сәскә һауыттары – кашполар үреү менән оҙайлы декрет ялында ултырғанда мауығып китә. Бөгөн уның  алтын ҡулдары тыуҙырған мөғжизәүи матурлыҡ күптәрҙең ихатаһын, йортон, хатта аҙыҡ-түлек кибеттәрен дә биҙәй.

Ҡулдарынан нур тама
Ҡулдарынан нур тама

 

Кисә БР Милли музейында алтын ҡуллы Мәҙинә Ҡалдаманова  кәрзин үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Киске сәғәт 18.00 башланып, 4 сәғәт дауамында барған оҫталыҡ дәресендә ҡыҙҙар  был үҙенсәлекле һөнәрҙең нескәлектәренә төшөндө һәм ҡулдарына үҙҙәре эшләгән кәрзин-кашполарҙы алып һөйөндө. Әбйәлил  районының Туйыш ауылы һылыуы бөгөнгө көндә Шамонин ауылында йәшәй. Ҡулдарынан нур  тамған Мәҙинәнең  оҫталығына иҫ китерлек, күҙҙәр генә теймәһен!  Матурлыҡҡа ғашиҡ ҡыҙ ротангтан гөл, сәскә һауыттары – кашполар үреү менән оҙайлы декрет ялында ултырғанда мауығып китә. Бөгөн уның  алтын ҡулдары тыуҙырған мөғжизәүи матурлыҡ күптәрҙең ихатаһын, йортон, хатта аҙыҡ-түлек кибеттәрен дә биҙәй. Мәҙинә тормош иптәше  менән сәскәләй ҡыҙҙар, батыр ул үҫтерә. Үҙ донъяһын да шундай зауыҡлы итеп биҙәгән ул!

Ротанг – һаулыҡҡа зыян булмаған, эҫегә лә, һыуыҡҡа ла сыҙам материал. Ҡарап тороуға еңел генә күренһә лә, ротангтан кәрзин үреү тик сабыр, ныҡышмал кешеләрҙең генә ҡулынан килә торған ауыр хеҙмәт. “Бер өйрәнеп алһаң, анһат ҡына  ул. Күңел тартып, ҡанатланып, гүзәллек тыуҙырғы ғына килеп  тора. Мин үҙем Ютубтан оҫталыҡ дәрестәре ҡарап өйрәндем. Бер кәрзинде бер сәғәттә эшләйем тип, серҙәре менән бүлешә,  үҙ эшенең оҫтаһы булған алсаҡ йөҙлө Мәҙинә. Ошондай уңған ҡыҙҙарыбыҙ булғанда донъялар ҙа матур, көләс бит, эйеме!  Мәҙинә кеүек ҡотло ҡуллы ҡыҙҙарыбыҙ булдыра шул  донъя ҡотон!   

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: