+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошон антициклондың көнбайыш периферияһы билдәләй. Көньяҡ киңлектәрҙән йылы һауа массаһы килә.

Аномаль йылы һауа торошо көтөлә
Аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Бөгөн, 20 ноябрҙә, атмосфера фронты Башҡортостанға епшек ҡар һәм ямғыр алып килә. Был хаҡта Башгидрометтан хәбәр иттеләр.

Республикала урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы фаразлана.

«Аҙнаның икенсе яртыһында Башҡортостанда һауа торошон антициклондың көнбайыш периферияһы билдәләй. Көньяҡ киңлектәрҙән йылы һауа массаһы килә», — тип билдәләне синоптиктар.

Был көндәрҙә һауа температураһының ыңғай аномалиялары көтөлә. Уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була. Һауа температураһы төндә 0, -5, аяҙытҡанда көньяҡ-көнсығышта -10, көндөҙ 3, -2 градус.

Республикала урыны менән бер аҙ яуым-төшөм һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-20/bashkiriyu-zhdet-anomalno-teplaya-pogoda-4015664

Автор:
Читайте нас: