+2 °С
Болотло
Алына: 300 г тауыҡтың түш ите, 8 картуф, 1 баш һуған, 100 г сыр, 1 стакан кефир, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, һарымһаҡ.
Әҙерләү: тауыҡтың түш итен ике яҡлап һуҡҡылап алабыҙ. Тәмләткестәр һәм тоҙ һибәбеҙ. Туралған һарымһаҡты кефир менән бутап, шунда тауыҡ ярты сәғәт тотабыҙ. Картуф, һуған һәм помидорҙы түңәрәкләп турайбыҙ. Беренсе ҡатламға картуф, шунан һуған, артабан ит һалып, өҫтөнә сыр һибеп, помидор теҙәбеҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә бешерәбеҙ.