+29 °С
Болотло
Тәмлекәс
29 Сентябрь 2025, 08:48

Майикмәк

Өфө ҡалаһынан Алһыу Тимерова "Ауаз" фольклор төркөмөн “Байыҡ” телевизион бәйгеһенә оҙатҡанда, ҡыҙҙарҙы дәртләндереп, ошондай майикмәк биреп ебәргән икән. Бешергәнендә бейеүселәргә  тик изгелектәр һәм еңеү теләгән. Уның теләге тормошҡа ашҡан. "Ауаз"дар финалға үткән.  Ә хәҙер беҙ һеҙгә еңеү килтереүсе майикмәктең рецебын бирәбеҙ.

МайикмәкМайикмәк
Майикмәк

 Ярты литр йылымыс кефир йә ойоған һөткә 1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 сәй ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы сода һалып туҡырға ла, он һалып, ҡамыр баҫырға. Ярты сәғәт тирәһе үткәс, 10 өлөшкә бүлеп, йомроҡастарҙы йәйәбеҙ ҙә, ҡыҙған майҙа  бешерергә була.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас