+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәмлекәс
17 Октябрь 2022, 14:06

Миәкә районы Исламғол ауылынан Һылыубикә Хисамова баландан ҡыҫтыбый бешереү серҙәре менән уртаҡлаша

Балан ҡыҫтыбыйы   Ҡамыр өсөн ярты литр һөт, 1 йомортҡа, 200 грамм аҡ май йәки ауыл ҡаймағы, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, он кәрәк. Эслеккә балан менән алма алабыҙ.

Миәкә районы Исламғол ауылынан Һылыубикә Хисамова баландан ҡыҫтыбый бешереү серҙәре менән уртаҡлаша
Миәкә районы Исламғол ауылынан Һылыубикә Хисамова баландан ҡыҫтыбый бешереү серҙәре менән уртаҡлаша

Балан ҡыҫтыбыйы

 

Ҡамыр өсөн ярты литр һөт, 1 йомортҡа, 200 грамм аҡ май йәки ауыл ҡаймағы, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, он кәрәк. Эслеккә балан менән алма алабыҙ.

 

Баланды алдан әҙерләйбеҙ. Быяла банкаға һалып, 2 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ һыу һалабыҙ ҙа мейескә ултыртабыҙ. Тимер ҡапҡастар менән ҡаплайбыҙ. Балан шулай ҡайнап сыҡҡандан һуң сәғәт ярым үҙ һутында ғына бешә. Шунан ҡапҡастарын ныҡлап ябып ҡуябыҙ.

Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ.

Алманы ваҡлап турайбыҙ. Балан менән бергә һалып бутайбыҙ.

Ҡамырҙы йәйәбеҙ. Алмалы баланды һалабыҙ, саҡ ҡына шәкәр, ағып китмәһен өсөн бер аҙ он һибәбеҙ ҙә ҡыҫтыбый эшләйбеҙ. Шунан эҫе мейескә ҡуйып ҡыҙарып сыҡҡансы бешерәбеҙ. Теләһәгеҙ, аҙаҡ майларға мөмкин.

Балан ҡыҫтыбыйы һутлы, тәмле була.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Миәкә районы Исламғол ауылынан Һылыубикә Хисамова баландан ҡыҫтыбый бешереү серҙәре менән уртаҡлаша
Миәкә районы Исламғол ауылынан Һылыубикә Хисамова баландан ҡыҫтыбый бешереү серҙәре менән уртаҡлаша
Миәкә районы Исламғол ауылынан Һылыубикә Хисамова баландан ҡыҫтыбый бешереү серҙәре менән уртаҡлаша
Миәкә районы Исламғол ауылынан Һылыубикә Хисамова баландан ҡыҫтыбый бешереү серҙәре менән уртаҡлаша
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: