+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Тәбрикләү
12 Августа 2024, 05:22

Юбилейың ҡотло булһын, Наилә апай!

Алмалар балланып, хуш еҫенән баштар әйләнгән, иген башаҡтары бешеп тулышҡан хозур августа донъяға килгән ул. Был айҙың яғымлы йомартлығы ла, аҡыллы сабырлығы ла, тилбер уңғанлығы ла сағыла булмышында. Республикабыҙҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, 39 йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы»нда ҡабул итеү бүлмәһенең алмаштырғыһыҙ хужабикәһе – секретарь-машинистка, аҙаҡ компьютерҙа йыйыу операторы булған хөрмәтле апайыбыҙ Наилә Жәүит ҡыҙы САҘРЫЕВА бөгөн үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Юбилейың ҡотло булһын, Наилә апай!Юбилейың ҡотло булһын, Наилә апай!
Юбилейың ҡотло булһын, Наилә апай!

Алмалар балланып, хуш еҫенән баштар әйләнгән, иген башаҡтары бешеп тулышҡан хозур августа донъяға килгән ул. Был айҙың яғымлы йомартлығы ла, аҡыллы сабырлығы ла, тилбер уңғанлығы ла сағыла булмышында. Республикабыҙҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, 39 йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы»нда ҡабул итеү бүлмәһенең алмаштырғыһыҙ хужабикәһе – секретарь-машинистка, аҙаҡ компьютерҙа йыйыу операторы булған хөрмәтле апайыбыҙ Наилә Жәүит ҡыҙы САҘРЫЕВА бөгөн үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Наилә апай – ил ғорурланырлыҡ баһадирҙар үҫтергән  әсә. Оло улы Азатты ялҡынлы тележурналист итеп беләбеҙ, махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ янынан репортаждар әҙерләүсе хәрби хәбәрсе лә. Наиле – идара итеү компанияһы етәксеһе, хеҙмәте өфөләрҙең тормошон уңайлыраҡ итеүгә арналған. Нәҫеленең гәүһәрҙәй бер заты ул Наилә Жәүит ҡыҙы.

Журналыбыҙҙың ҡотон арттырыуға яҡты булмышын бағышлаған хөрмәтле ветераныбыҙҙы күркәм юбилейы менән ысын йөрәктән тәбрикләйбеҙ! Ғүмер буйы ҡылған изге ғәмәлдәрең бөтмәҫ ҡыуаныстар, ныҡлы һаулыҡ, балалар бәхете, күңел бөтөнлөгө булып әйләнеп ҡайтһын, Наилә апай! Юбилейың ҡотло булһын!

Автор:
Читайте нас