+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Тәбрикләү
1 Августа 2024, 19:00

Юбилейың ҡотло булһын!

Бөгөн күренекле шағирә, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Йөҙөнән сағыу ҡояш нурҙары балҡып торған, һәр саҡ йәш, матур Тәнзилә Сәлих ҡыҙын ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ һәм дә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ижади балҡыштар теләйбеҙ!   Һин булғанға Һин булғанға донъям түңәрәк шул, Һин бар саҡта мин бит күбәләк. Күбәләккә һәр саҡ һоҡланып та, Осондора торған күҙ кәрәк! Һин булғанға донъям имен минең – Йондоҙ, сәскә, болан, айыңмын. Күлдә йөҙгән һомғол аҡҡошоң мин, Уйнаҡлап та сапҡан тайыңмын. Һин һөйгәнгә көйөктәргә түҙәм. Һин үпкәнгә битем һырланмай. Һин юҡ саҡта ҡанаттарым тала, Дәртем һүнә, йырым йырланмай. Мин булғанға һинең йөҙөң асыҡ, Ҡартлыҡ ҡасып йөрөй артыңда. Донъя йөгөн, әйҙә, һин, мин түгел, Һөйөү толпарҙары тартһындар!  

Юбилейың ҡотло булһын!Юбилейың ҡотло булһын!
Юбилейың ҡотло булһын!

 

Ҡатын-ҡыҙ

Серле йомаҡ, серле йомғаҡ -
Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле.
Мөлдөрәмә тулы наҙы
Китер кеүек түгелеп.

Көҙгө ҡояштай һағышлы,
Яҙғы ҡояштай шаян.
Йәйге ҡояштай яғымлы -
Был тиклем дә йәм ҡайҙан?

Был тиклем наҙ гөлләмәһен
Хоҙай бүләк итәме?
Ғаләмдән тылсым алырға
Бер теләге етәме?

Теләй икән - Ҡояш нурын
Тетеп иләй ала ул.
Нурҙан бәйләгән түшәккә
Сабый биләп һала ул.

Шундай ҙур тылсымға эйә
Һөйкөмлө гүзәл затты
Тәңрем бәләләнән ҡурсыһын,
Ғүмеркәйен оҙайтһын! 

 

 

Йәй ҡыҙы

 

Мин – йәй ҡыҙы. Һуңғы еләк булып

Тамғанмын мин әсәм усына.

Инде үҙем ҡорған ныҡ ояла

Ҡошсоҡтарым ярһып осона.

 

Инде үҙем йәшлек матурлығын

Сабыйҙарға бүлеп таратам.

Барыһына тигеҙ өләшәм мин,

Барыһын да тигеҙ яратам.

 

Хәҙер инде яйлап, көҙгә инәм,

Шау биҙәкле йәйҙә тыуһам да.

Көҙҙөң әсе еле тәҙрә ҡаға,

Ишектәрҙе бикләп ҡыуһам да.

 

Хәҙер инде һылыу йәшлегемде

Уландарым ашығып ҡабатлай.

Әммә күңелем йылдан-йыл яңыра,

Тыуған кеүек ҡабат-ҡабат ай.

 

Йәшлек төҫөм - балаларым барҙа

Был күңелем ниңә бәҫәрһен?

Көҙөм мине көтөп, көтөк булыр,

Ә мин һаман йәйҙә йәшәрмен.

 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас