+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
3 Август 2023, 12:26

Мин - йәй ҡыҙы

Бөгөн шағирә, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина тыуған көнөн билдәләй. Матур, көләкәс йәй ҡыҙын ысын күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм дә ижади балҡыштар теләйбеҙ!     Мин - йәй ҡыҙы. Һуңғы еләк булып Тамғанмын мин әсәм усына. Инде үҙем ҡорған ныҡ ояла Ҡошсоҡтарым ярһып осона. 

Мин - йәй ҡыҙы
Мин - йәй ҡыҙы

Инде үҙем йәшлек матурлығын

Сабыйҙарға бүлеп таратам.

Барыһына тигеҙ өләшәм мин,

Барыһын да тигеҙ яратам.

 

Хәҙер инде яйлап, көҙгә инәм,

Шау биҙәкле йәйҙә тыуһам да.

Көҙҙөң әсе еле тәҙрә ҡаға,

Ишектәрҙе бикләп ҡыуһам да.

 

Хәҙер инде һылыу йәшлегемде

Уландарым ашығып ҡабатлай.

Әммә күңелем йылдан-йыл яңыра,

Тыуған кеүек ҡабат-ҡабат ай.

 

Йәшлек төҫөм - балаларым барҙа

Был күңелем ниңә бәҫәрһен?

Көҙөм мине көтөп, көтөк булыр,

Ә мин һаман йәйҙә йәшәрмен. (Тәнзилә Дәүләтбирҙина)

 

Мин - йәй ҡыҙы
Мин - йәй ҡыҙы
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: