+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
7 Декабрь 2022, 14:51

Намыҫлы хеҙмәткә – юғары баһа

Өфөлә булып үткән VIII Бөтә Рәсәй хоҡуҡи форумында танылған адвокат, "Башҡортостан ҡыҙы"ның даими авторы Надежда Крылова Рәсәй Юристар ассоциацияһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Намыҫлы хеҙмәткә – юғары баһа
Намыҫлы хеҙмәткә – юғары баһа

Өфөлә булып үткән VIII Бөтә Рәсәй хоҡуҡи форумында танылған адвокат, "Башҡортостан ҡыҙы"ның даими авторы Надежда Крылова Рәсәй Юристар ассоциацияһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Уны Надежда Николаевнаға Ассоциация рәйесе Сергей Степашин тапшырҙы. Крылованың, Бөтә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе урынбаҫары, “Халыҡ фронты” Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәте ағзаһы булараҡ, ҙур эштәр башҡарыуын билдәләп үтәбеҙ.

Журналыбыҙ дуҫының намыҫлы хеҙмәте, уның Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһен үҫтереүгә индергән өлөшө юғары баһаланыуына бик ҡыуанабыҙ һәм ихлас тәбрикләп, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Намыҫлы хеҙмәткә – юғары баһа
Намыҫлы хеҙмәткә – юғары баһа
Намыҫлы хеҙмәткә – юғары баһа
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: