-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәбрикләү
15 Июнь 2022, 12:06

Афарин, Андрющенколар!

2021 йылда республикабыҙҙың Ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы “Күп балалы Башҡортостан – ғаилә бәхете палитраһы” проекты менән Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеүгә өлгәште. Проект сиктәрендә үткәрелгән бәйгелә журналыбыҙ геройҙары – биш бала үҫтереүсе Андрющенколар ғаиләһенең еңеүсе тип танылыуына ихлас ҡыуанабыҙ!

Афарин, Андрющенколар!
Афарин, Андрющенколар!

2021 йылда республикабыҙҙың Ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы “Күп балалы Башҡортостан – ғаилә бәхете палитраһы” проекты менән Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеүгә өлгәште. Проект сиктәрендә Ассоциация “Ғаилә – кадрҙа” конкурсын үткәрҙе. Унда 40 ҡала округынан һәм муниципаль райондан 160 ғаилә үҙҙәре хаҡында видеороликтар тәҡдим итте.

Конкурс еңеүселәре тип түбәндәгеләр иғлан ителде:

“Һөнәр бәхете” номинацияһында – Өфө районы Зубово ауылынан Игнатьевтар;

“Ғаилә ижады” номинацияһында – Өфө ҡалаһында йәшәүсе Андрющенколар;

“Социаль әүҙем ғаилә” номинацияһында – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Горюшиндар. Еңеүсе ғаиләләр “Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы” фильмын төшөрөүҙә ҡатнашты.

Проекттың иң сағыу ваҡиғаһы – “Ғаилә палитраһы” тигән Арт-Фестиваль 18 июндә Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО комплексында буласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Арт-Фестивалдә конкурста еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар тәбрикләнәсәк, “Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы” фильмының исем туйы уҙасаҡ, уның геройҙары интервьюлар бирәсәк. Сарала “Ғаилә һөнәре” бәйгеһенә тәҡдим ителгән ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, ишле ғаиләләр бушлай оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк.

Фестивалдә ҡатнашыусы ғаиләләр ҡунаҡтарҙы иң тәмле милли ризыҡтар менән һыйлаясаҡ. Сарала шулай уҡ ата-әсәләр республиканың тәжрибәле педагогтарынан консультациялар алырға мөмкин. Балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы анимация көтөлә.

Фестивалгә 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы килергә әҙерләнә.

Журналыбыҙ геройҙары – биш бала үҫтереүсе, уларға һоҡланғыс тәрбиә биреүсе Зилә һәм Ярослав Андрющенколар ғаиләһенең мәртәбәле бәйгелә еңеүселәр араһында булыуына ихлас ҡыуанабыҙ! Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да бар яҡлап бәрәкәт-уңыштар насип булыуын теләйбеҙ!

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: