+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сит өлкәләрҙә
10 Апрель 2023, 16:45

Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!

  Сибай педагогия колледжының башланғыс кластар бүлеген тамамлаған  Зөлхизә Насырова Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында йыр-моңға бай Хәсәновтар ғаиләһендә тыуған.  Баймаҡтарға ғына хас булған  рух көсө, туған теленә оло һөйөү уны Сорғот ҡалаһындағы  БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының  Башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәгенең “Йәкшәмбе мәктәбе”нә алып килә.  Бында ул балаларға туған тел серҙәрен өйрәтә. Яңыраҡ  ҡына  башҡорт һылыуы  “Йәкшәмбе мәктәбе”ндә "Башҡорт булыу модалы!" исемле тәүге дәресен үткәргән.

Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!
Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!

 

Сибай педагогия колледжының башланғыс кластар бүлеген тамамлаған  Зөлхизә Насырова Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында йыр-моңға бай Хәсәновтар ғаиләһендә тыуған.  Баймаҡтарға ғына хас булған  рух көсө, туған теленә оло һөйөү уны Сорғот ҡалаһындағы  БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының  Башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәгенең “Йәкшәмбе мәктәбе”нә алып килә.  Бында ул балаларға туған тел серҙәрен өйрәтә.


Яңыраҡ  ҡына  башҡорт һылыуы  “Йәкшәмбе мәктәбе”ндә "Башҡорт булыу модалы!" исемле тәүге дәресен үткәргән. Дәрестә  14 бала менән бергә ата-әсәләре лә ҡатнашҡан һәм халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы–ҡурай хаҡында, милли кейемдәребеҙ, йолаларыбыҙ, байрамдарыбыҙ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алған.

 – Башҡорт йырҙарын йырлап, видеофильмдар ҡарағанда, балаларҙың  осҡон сәсеп торған, ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәрен күреп, уларҙың башҡорт теленә, моңона булған ихтыяжын тойҙом. Балалар шул тиклем ҙур ихласлыҡ менән шөғөлләнә, башҡорт телен өйрәнергә ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала,  ти Зөлхизә, ҡанатланып.  Шуға ла ең һыҙғанып эшкә тотонған ул. Алда беҙҙе яңы дәрестәр, ҡыҙыҡлы проекттар һәм онотолмаҫ осрашыуҙар көтә, ти һылыу ҡыҙ. Ул милләттәштәрен  башҡорт телен бергәләп  өйрәнергә саҡыра.

Сорғот ҡалаһында Еңеүҙең 30 йыллығы урамының  21-се һанлы йортонда  урынлашҡан “Йәкшәмбе мәктәбе”ндә дәрестәр  12.00–13.00 сәғәттә үтә. Бәйләнеш өсөн телефон: 8951 974 6742.

 

Туған телен өйрәнергә теләүселәр “Йәкшәмбе мәктәбе”нә рәхим итегеҙ!

 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: