-5 °С
Болотло
Рәсәй баҡсасыларына өс төҫлө ипомея үҫтергән өсөн енәйәти эҙәрлекләү янай.
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарар хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырып сығарыу сайтына урынлаштырылған.
Документҡа ярашлы, ун һәм унан да күберәк ипомея ҡыуағын үҫтергән өсөн Енәйәт кодексының 231-се статьяһына (наркотиктар йәки психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтереү) ярашлы енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал. Ундан алып 100-гә тиклем сәскә ҡыуағы үҫтереү — ҙур күләмдә, әгәр 100-ҙән артып китһә, айырыуса ҙур күләмдә ҡылынған енәйәт тип иҫәпләнә.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.