Теплицаға ҡасан һәм нисә помидор, ҡыяр ултыртыу мәсьәләһе менән күптәр ҡыҙыҡһына. "Помидор ултыртыуға нисек әҙерләнгәнемде күрһәтәйем. Мин помидор өсөн 26 соҡор, ҡыяр өсөн 8 соҡор әҙерләйем. Һәр соҡорға 0,5 биҙрә тиреҫ, бер аш ҡалағы ОМУ ашламаһы һәм балыҡ оно һалам. Йәш үҫентеләрҙе төнгө һыуыҡтарҙан һаҡлау өсөн дуғалар ҡуйҙыҡ, 2 ҡатлы япма менән уларҙы ҡапланыҡ. Ҡыяр теплицаһында ҡыяр ултыртыу өсөн 20 соҡор, ҡауын өсөн 8 соҡор эшләнем. Май урталарында, ғәҙәттә, тәмле ҡыяр ашай башлайбыҙ", – тип Тәнзилә апай ихлас кәңәштәре менән бүлешә.
Ә һеҙ нимәләр ултырттығыҙ? Йәш баҡсасыларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
Фото авторҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.