- Ҡөрьәнде тик тәһәрәтле килеш уҡы.
- Мосхафҡа тик тәһәрәтле килеш кенә ҡағыл (тәһәрәтһеҙ тотоу харам).
- Иҫнәгән ваҡытта Ҡөрьән уҡыуыңды туҡтат.
- Ҡөрьәндә уларҙан һуң мотлаҡ сәждә ҡылынырға тейешле 14 аят бар. Ошондай ерҙәрҙә сәждә эшлә.
- Ҡөрьәнде ҡибла яғына ҡарап уҡы.
- Сит уйҙарға әүрәмәй, уҡығаның тураһында зиһенеңде эшләт, йөрәгең менән фекер ит.
- Рәхимлек аяттарын уҡығанда Аллаһҡа, ғәфү итеүен һорап, доға ҡыл, Уның рәхимлеген һора. Яза тураһындағы аяттарында Раббыңдан Уттан аралауын үтен. Кафырҙарҙың Аллаһ тураһында әйткән һүҙҙәре булған ерҙәрҙә иһә Раббыңды паклап, "сүбхәнАллаһ" ("Аллаһ бөтә кәмселектәрҙән пак"), тип әйт.
- Ҡөрьән уҡығанда йоҡо килһә, уҡыуыңды туҡтатып, ял ит. Раббыңдың һүҙҙәрен тик бының өсөн тейешле хәлдә генә уҡы.
Был үрҙә һаналғандарҙың күбеһе — кәңәш ителгән ғәмәлдәр, мотлаҡ үтәлергә тейешле хөкөмдәр түгел. Шулай ҙа кем, Ҡөрьән уҡығанда, ошо яҙылғандарҙы тота, шуның, ин шәә Аллаһ, әжере арттырылыр һәм ул Ҡөрьәнде ҙурлаусыларҙан һаналыр.
Имам әл-Әджүрриҙән.
Фото: Станислав Шахов.