+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
3 Март 2022, 12:09

Салауат Низаметдиновты хәтергә алып

Бөгөн республиканың танылған композиторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Салауат Низаметдиновты хәтергә алалар. Композиторҙың йырҙары әле  лә  башҡарыусылар араһында популяр. Айырыуса “Күҙ нурым” йырын байтаҡ ҡына йырсылар үҙ репертуарына индерә. Композиторға 65 йәш тулған булыр ине.

Салауат Низаметдинов камера- вокал, камера инструменталь әҫәрҙәр, 200- ләп эстрада өсөн йырҙар, спектаклдәргә, документаль һәм нәфис фильмдарға музыка яҙған.

Бөгөн 3 мартта Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге күреү һәләте насар кешеләр өсөн махсус республика китапханаһында композиторҙың 65 йыллығына арналған сара үтә.

Башҡортостанда был көндәрҙә Салауат Низаметдинов исемендәге йәш вокалистар асыҡ конкурсы онлайн форматта үтәсәк.

Композиторҙың исеме уның тыуған яғы- Учалы районында мәңгеләштерелгән. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы Салауат Низаметдинов  исемен йөрөтә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: