+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
2 Март 2022, 10:35

Маҡсат – йүнселдәрҙең эшен еңеләйтеү

Башҡортостандың инвестиция порталы бер йылда эшҡыуарҙар өсөн 17 хеҙмәт төрө менән тулыландырылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Маҡсат – йүнселдәрҙең эшен еңеләйтеү
Маҡсат – йүнселдәрҙең эшен еңеләйтеү

Башҡортостандың инвестиция порталы бер йылда эшҡыуарҙар өсөн 17 хеҙмәт төрө менән тулыландырылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2021 йылда контентты яңыртыу сиктәрендә Башҡортостандың INVESTRB.RU дөйөм инвестиция порталы эшҡыуарлыҡ алып барыуҙы еңелләштереүгә тәғәйенләнгән 17 электрон сервис менән тулыландырылды. Был хаҡта БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

– Берҙәм порталда үткән йылда ҙур эштәр башҡарылды. “Эшҡыуарҙарға” бүлегендә үҙгәрештәр күп булды. Йүнселдәр осрауы мөмкин булған төрлө осраҡтар буйынса инструкциялар ҡуйылды, – ти һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Яңы онлайн-сервистар булдырыу дәүләт идаралығын цифрлаштырыу принциптарының береһе булып тора һәм һанлы иҡтисад булдырыу өсөн мотлаҡ шарттар араһына инә.

Фото – БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: