+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
2 Март 2022, 09:05

Иң мөһиме – сифат

Сибай ҡалаһындағы “Престиж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2015 йылда асыла. Тәүҙә бында 39 кеше эшләһә, бөгөн йөҙләгән хеҙмәткәр 17 балалар баҡсаһын, 12 мәктәпте, ике һөнәри белем биреү учреждениеһын ҡайнар аш менән тәьмин итә.   #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Иң мөһиме – сифат
Иң мөһиме – сифат

Сибай ҡалаһындағы “Престиж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2015 йылда асыла. Тәүҙә бында 39 кеше эшләһә, бөгөн йөҙләгән хеҙмәткәр 17 балалар баҡсаһын, 12 мәктәпте, ике һөнәри белем биреү учреждениеһын ҡайнар аш менән тәьмин итә.  

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Престиж” ойошмаһы күрһәткән хеҙмәтенең сифатын күтәреүгә, етештереүсәнлекте арттырыуға, аҙыҡ-түлектең үҙхаҡын кәметеүгә ҙур иғтибар бүлә. Бының өсөн эштә заманса ҡорамалдар ҡулланыу зарур. Вакуумлы төрөү, фарш бутау машиналары, картуф таҙартҡыс, ит турағыс, туңдырғыс, икмәк бешереү ҡорамалдары... Барыһына 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса китә.

2021 йылда компания Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү муниципаль программаһы һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә субсидия ала, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Был ойошмаға эш урындарын һаҡлап ҡалыу, матди-техник базаны нығытыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға мөмкинлек бирә.

Фото  –  Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: