Мәктәп уҡыусыларының “Ағиҙел” республика полилингваль олимпиадаһы үтте.
Олимпиада икенсегә ойошторола. Уны 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы БР Мәғариф һәм фән министрлығы һәм республиканың полилингваль күп профилле мәктәптәре ярҙамында үткәрә.
Олимпиаданың маҡсаты – бер нисә тел белгән талантлы балаларҙы асыҡлау, туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеүгә дәртләндереү, уларҙы өйрәнеүгә шарттар тыуҙырыу һәм балаларҙы донъя мәҙәни мираҫы менән таныштырыу.
Һайлап алыу турында 2911 уҡыусы ҡатнашҡан. Икенсе тур ток-шоу рәүешендә үткән. 91 уҡыусы командаларға бүленеп, үҙ проектын яҡлаған. Еңеүселәр – Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Иршат Дауытов менән 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһында белем алыусы Анастасия Цветкова. Уларға Сочи ҡалаһындағы күп телдәр өйрәнеү лагерына путевка тапшырылған. 20 уҡыусы призер булараҡ билдәләнгән.