Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Президент Владимир Путин кисә үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ кимәлгә — 8,6 процентҡа индексациялау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан.
2022 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән пенсионерҙар алған аҡсаны 5,9 процентҡа индексациялау тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, 2021 йылда Рәсәйҙә хаҡтар 8,39 процентҡа күтәрелгән. Әле был күрһәткестең йыллыҡ кимәле тулыһынса аныҡланмаған. Ошоно иҫәпкә алып, Президент, пенсияны 8,6 процентҡа күтәреү ғәмәлгә ярашлы булыр, тип белдерҙе.
Ҡарар һуңлап ҡабул ителһә лә, пенсияға өҫтәү 2022 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләнәсәк.