+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
12 Ғинуар 2022, 08:05

Ҡурҡыныс енәйәтсе ҡасып йөрөй

Журавлев Михаил Константинович кеше үлтереүҙә ғәйепләнә.  

Ҡурҡыныс енәйәтсе ҡасып йөрөй
Ҡурҡыныс енәйәтсе ҡасып йөрөй

Журавлев Михаил Константинович кеше үлтереүҙә ғәйепләнә.  

2021 йылдың 2 мартын ҡарағана төндә Ҡандра ауылында 54 йәшлек ирҙең мәйете табыла. Енәйәт ҡылыуҙа 35 йәшлек Журавлев Михаил Константинович ғәйепләнә. Ул тәфтиш органдарынан ҡасып йөрөй. Әлегә тиклем ҡайҙа икәне билдәһеҙ, шуға күрә уға федераль эҙләү иғлан ителгән.

Енәйәтсенең сығышы менән Туймазы районы Ҡандра ауылынан булыуы билдәле. Быға тиклем бер нисә тапҡыр административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған.

Билдәләре: буйы 180 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле, йоҡа иренле.

Журавлевтың ҡайҙа икәнен белеүселәргә 8 (347) 251-62-51 телефоны, йәки 02 (кеҫә телефонынан – 102) номеры буйынса шылтыратырға кәрәк, тип мөрәжәғәт итә тәфтиш хеҙмәте.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: