Йыл башынан эскән водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы сәбәпле 256 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 54 кеше һәләк булған, 338-һе йәрәхәтләнгән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә билдәләүенсә, иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы аварияларҙың күпселеге Өфөлә (61 юл-транспорт ваҡиғаһы), Баймаҡ (12), Белорет (10), Туймазы (9), Ишембай (8) райондарында, шулай уҡ Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Дыуан, Яңауыл райондарында (7-шәр осраҡ) булған.
Уның һүҙҙәренсә, үлемесле аварияларҙың төп сәбәбе – автомобилдәрҙең бәрелешеүе һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу.