+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
22 Октябрь 2021, 11:50

Өйҙән сыҡмайынса иҫәп алыуҙа ҡатнашығыҙ

Өйҙән сыҡмайынса иҫәп алыуҙа ҡатнашырға мөмкинме? Әлбиттә! Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәте” порталында теркәлгән булырға тейешһегеҙ.

Өйҙән сыҡмайынса иҫәп алыуҙа ҡатнашығыҙ
Өйҙән сыҡмайынса иҫәп алыуҙа ҡатнашығыҙ

Өйҙән сыҡмайынса иҫәп алыуҙа ҡатнашырға мөмкинме? Әлбиттә! Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәте” порталында теркәлгән булырға тейешһегеҙ.

Онлайн иҫәп алыу – “Дәүләт хеҙмәте” порталында иҫәпкә алыу ҡағыҙын үҙаллы тултырыу мөмкинлеге ул. Был үҙ ваҡытының ҡәҙерен белгәндәр өсөн уңайлы. “SuperJob” порталы уҙғарған һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, ул - иң таралған ысул: сарала ҡатнашҡандарҙың 58 проценты шулай яуап биргән. Әлеге мәлдә халыҡ иҫәбен алыуҙа онлайн тәртиптә биш миллион кеше ҡатнашҡан.  

Өҫтөнлөктәре:
 хәүефһеҙ - сит кешеләр менән бәйләнеш юҡ; 
 тиҙ – бланкты тултырыуға уртаса 20 минут ваҡыт китә; 
 уңайлы – теләгән ваҡытта иҫәпкә алыуҙа ҡатнашырға мөмкин, кәрәк саҡта бер аҙға туҡтап, һуңынан дауам итергә була; 
 һәйбәт – уны үткәндән һуң бүләк тә аласаҡһығыҙ.

 https://www.gosuslugi.ru порталына күсегеҙ һәм илдең киләсәгенә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ! 

Автор:
Читайте нас: