+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
28 Сентябрь 2021, 07:42

Юлды ҡар ҡаплаған

Кисә, ҡар яуыуы көтөлә, тип яҙғайныҡ.

Юлды ҡар ҡаплаған
Юлды ҡар ҡаплаған

Кисә, ҡар яуыуы көтөлә, тип яҙғайныҡ.

Ысынлап та, Белорет районы юлдарын ҡар баҫты. Сентябрҙә быйыл ныҡ һыуытҡайны, ҡар яуып тағы аптыратты көҙҙөң тәүге айы. Климаттың үҙгәреүе ошолор инде.

Белорет – Тирлән йүнәлешендә, шулай уҡ Абҙаҡ тирәһендә яуған ҡар юлдағылар өсөн көтөлмәгән ауырлыҡтар тыуҙырған. Йәйге тәгәрмәсен ҡышҡыға алмаштырып өлгөрмәгән водительдар үрҙәргә менә лә, тәшә лә алмай. Был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр бик күп.

Алдағы өс көндә лә ошондай һауа торошо көтөлә. Таулы райондарҙа төндә -5 градусҡа тиклем һыуыта. Юлға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ.

  

Автор:
Читайте нас: