+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
21 Сентябрь 2021, 11:48

"Йыл ғаиләһе"нә килегеҙ!

23 сентябрҙә Рәсәй кинотеатрҙарында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы прокатҡа сыға. Кинотаҫманы илебеҙҙең 250 кинотеатры күрһәтәсәк.  19 сентябрҙә  «Родина» кинотеатрында фильмды ябыҡ күрһәтеү булды. Бөгөнгө көн ҡаҙағына һуғырҙай проблеманы  күтәргән комедияла  Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ғаиләһе тураһында бәйән ителә.


23 сентябрҙә Рәсәй кинотеатрҙарында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы прокатҡа сыға.

Кинотаҫманы илебеҙҙең 250 кинотеатры күрһәтәсәк.  19 сентябрҙә  «Родина» кинотеатрында фильмды ябыҡ күрһәтеү булды.
Бөгөнгө көн ҡаҙағына һуғырҙай проблеманы  күтәргән комедияла  Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ғаиләһе тураһында бәйән ителә .Сюжет буйынса улар  «Йыл ғаиләһе» конкурсында ҡатнашыу өсөн юлға сыға, унда биш миллион һум оторға хыяллана.  Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та  “Йыл ғаиләһе”н  бөтә ғаилә менән ҡарарға мөмкин.

Кино Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөрөлгән.  Иң оло артискаға 86 йәш.

"Йыл ғаиләһе"нә килегеҙ!
"Йыл ғаиләһе"нә килегеҙ!
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: