+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
21 Сентябрь 2021, 11:17

Йомабай Иҫәнбаевҡа - 130 йыл

Бөгөн, 21 сентябрҙә Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы,  Республика халыҡ ижады үҙәге "Моңға бай  Йомабай" исемле онлайн-акция  ойоштора.  Пандемия шарттарына ярашлы, быйыл Йомабай  Иҫәнбаев конкурсы үткәрелмәй, шуға  ойоштороусылар   социаль селтәрҙәр аша ҡурай моңон таратып данлыҡлы ҡурайсыны  иҫкә алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.

Йомабай Иҫәнбаевҡа - 130 йыл
Йомабай Иҫәнбаевҡа - 130 йыл

Йомабай  Иҫәнбаев 1891 йылдың 21 сентябрендә Ырымбур губернияһының Ырымбур өлкәһендә (хәҙерге Хәйбулла районы) Үрге Ысмаҡ ауылында донъяға килгән.
Кесе йәштән моңға әүәҫ була һәм йыр-көй тарихтарын хәтеренә һеңдереп үҫә, ҡурайсылыҡ һәләте лә иртә асыла. 

Ул 1927 йылда Майндағы Франкфурт ҡалаһында (Германия) үткән Бөтә донъя музыка күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1940 йылда, халыҡ дошманы тип иғлан ителгән Зәки Вәлиди менән бәйләнештә булғаны өсөн нахаҡҡа ғәйепләнеп, ҡулға алына. 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына ебәрелә, Курск-Орёл йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылда Воронеж ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: