+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
3 Сентябрь 2021, 12:48

Ауыл халҡы өсөн яңы мөмкинлектәр

Яңауыл районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан Вилдан Нурисламов икмәк бешерергә йыйына. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл халҡы өсөн яңы мөмкинлектәр
Ауыл халҡы өсөн яңы мөмкинлектәр

Яңауыл районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан Вилдан Нурисламов икмәк бешерергә йыйына.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Икмәкхананы эшҡыуар үҙенең тыуған Юғары Сат ауылында төҙөргә уйлай.

“Һәр етештереү эшмәкәрлеге ер участкаһы, бина һайлауҙан башлана. Эшҡыуарҙар һәм үҙ эшен асырға теләгәндәр ошондай һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итә. Мәсьәләне сисеүҙең төрлө варианттарын ҡарайбыҙ”, – ти Яңауыл районы бизнес-шерифы Фәйрүзә Ғәниева.

Район етәкселеге аҙна һайын инициативалы граждандар һәм эшҡыуарҙар менән осраша. Был осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Йыл башынан алып “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә 30 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ҡатнашҡан. Эш башлаусылар һәм тәжрибәле бизнесмендар идеялары, фекерҙәре менән бүлешә, үҙ ҡалаһы һәм районы өсөн яңылыҡтар индерә.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн БР бизнес һәм инвестиция өлкәһендә берҙәм порталда ошо һылтанма буйынса яҙылырға мөмкин: investrb.ru.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: