Күгәрсен районының Исем ауылында “Таҙалыҡ көнө” экологик акцияһы үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Тыуған ауылы урамдарын таҙартыу, матурлау өсөн байтаҡ ойошмаларҙан эшселәр сыҡты, балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Йәш быуындың бындай сараларҙа ҡатнашыуы бик яҡшы, тәбиғәткә һөйөү, тыуған ерҙе тәртиптә тотоуға ынтылыш тап ошолай тәрбиәләнә бит, тип хәбәр итә Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Бөтә донъя таҙалыҡ көнө йыл һайын үткәрелә. Был көндө урман-яландар, йылға-күл буйҙары таҙартыла, мөмкин булған ерҙәрҙә сүп-сарҙы айырым йыйыу ойошторола. Бынан тыш, ҡаты ҡалдыҡтар менән заманса эш итеү системаһы, уларҙы айырым йыйыу, ҡайтанан эшкәртеү, экологик тормош рәүеше алып барыу пропагандалана.
Фото – Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.