+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
1 Сентябрь 2021, 12:36

Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары – төньяҡ баш ҡалала

Башҡортостандың йәш фермерҙары Санкт-Петербургта ойошторолған “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары – төньяҡ баш ҡалала
Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары – төньяҡ баш ҡалала

Башҡортостандың йәш фермерҙары Санкт-Петербургта ойошторолған “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

30-сы “Агрорусь” халыҡ-ара күргәҙмәһе 1 сентябрҙә асыла. Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары республика ауыл хужалығы тауарҙарынан коллектив стенд әҙерләгән.

Йәш фермерҙар күргәҙмәлә үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен Рәсәй төбәктәренә танытыу, төбәк-ара бәйләнештәр булдырыу, республикала етештерелгән продукцияны популярлаштырыу маҡсатында ҡатнаша, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үтә.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: