-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
23 Апрель 2025, 11:44

Бөгөн - премьера

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын  премьера менән ҡаршылай. Талантлы  яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повесы буйынса «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле 23 һәм 24 апрелдә  күрһәтелә.  Кинодрама тип билдәләнгән  сәхнә әҫәре – йөрәктәрҙе тетрәндерерлек мөхәббәт, үлсәмдәргә һыймаҫ тоғролоҡ  һәм рух көсө хаҡында.

Бөгөн - премьера
Бөгөн - премьера

Спектаклдең режиссеры  – Айрат Абушахманов, ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Ринат Абушахманов, видеорежиссеры – Руслан Юлтаев, яҡтыртыу буйынса рәссамы – Сергей Гаевой, немец теленән консультант – Рәмзиә Латипова. Төп ролдәрҙе Илгизә Ғилманова, Артур Кәбиров, Айҙар Шәмсетдинов һәм башҡа актерҙар башҡара.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә , премьераға билеттар реклама кампанияһы башланыр алдынан уҡ һатылып бөтөлгән. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.

Автор:
Читайте нас