Ғаилә – бәләкәй дәүләт. Уның төрлө милләт вәкилдәренән барлыҡҡа килеү осраҡтары һәр заманда ла булған. Шул иҫәптән, беҙҙең башҡорттарҙа ла. Тарихыбыҙҙы, бөгөнгөбөҙҙө байҡаһаҡ, тағы бер ҡат инанабыҙ: халҡыбыҙ улдарының ҡатындары араһында, башҡа милләттән булып та, иренә ныҡлы терәк-таяныс күрһәтеп, уға ышанып, баһаһын күтәреп, яңынан-яңы үрҙәргә дәртләндереп йәшәгәндәр бихисап. Ғөмүмән, ҡатнаш ғаиләнең көсө ниҙә? Мөхәббәттең милләте бармы?
“Беҙҙең егетебеҙгә тиң түгел!”
...Бер районда алдынғы колхоз рәйесенә һоҡланмаған кеше булмаған: үҙе булдыҡлы, аҡыллы, уңған, үҙе кешелекле, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ти. Һәр кем менән уртаҡ тел таба, шәп оратор ҙа: сығыш яһаһа, залдар, яландар яңғырап тора, һәр һүҙе йөрәккә үтеп инеп, рухландыра, яңы үрҙәргә, еңеүҙәргә әйҙәй. Үҙенең төҫ-ҡиәфәте, ҡупшы кейенеүе, аяҡ кейемдәренең ялтлап тороуы!..
Бар яҡлап килгән шәп етәксенең ҡатыны сыуаш милләтенән икән. Армияла сағында танышып, хәрби хеҙмәтен тамамлағас уҡ бергә алып ҡайтҡан. Йүгереп йөрөп донъя көтһә лә, бер-бер артлы биш бала табып бирһә лә, өйө ялтлап, самауыры ҡайнап торһа ла, сит милләттән булған ерән сәсле ҡатынды ауыл халҡы яратмай. Яйы тура килгән һайын кәмһетергә, һәр һүҙенән, эш-ғәмәленән “сүп” табырға тырышалар. “Аллаһ Тәғәлә: “Сыуашым – йыуашым”, – тип әйткән, ти, беҙ, ысынлап та, шундайбыҙ ул”, – тиеүен айырыуса мыҫҡыллы ҡабул итәләр. “Йыуаш, имеш. Эсе тулы боҙоҡлоҡ. Ҡайһындай шәп егетебеҙҙе эләктереп алған бит! Үҙ тиңен һайламайынса...” кеүек ауыл буйлап йөрөгән һүҙҙәр, әлбиттә, сыуаш ҡатындың үҙенә лә ишетелмәй ҡалмаған.
Бер ваҡыт ул ныҡ итеп ауырып киткән. Ире ҡайҙа ғына, ниндәй генә белгестәргә йөрөтмәһен, ҡатындың хәле ыңғайға китмәгән. Әйтерһең, ҡыуара барған үлән... Уның менән бергә ире лә, гүйә, шиңгәндән-шиңгән. Элекке төҫ-ҡиәфәте, ҡупшылығы юғалған, халыҡ алдында ҡанатланып сығыш яһау түгел, хатта айырым кешеләр менән дә һөйләшмәҫ булған, үҙ-үҙенә ябылған, эшенә битараф ҡалған. Һөҙөмтәлә алдынғы колхоз да мөшкөллөккә төшә башлаған.
Бына шул саҡта ғына аңлаған халыҡ: булдыҡлы, сағыу, бар яҡлап һоҡланғыс етәкселәренең уңыш нигеҙе күҙгә күренеп бармаҫ ҡатынында булған икән. Дәрт-дарманы ла, ҡупшы кейемдәре лә, ялтлап торған аяҡ кейемдәре лә, башҡаларҙың күңелен дөрләтеп ебәрер ялҡынлы сығыштары ла – барыһы ла “шаршау артындағы” ҡатынынан...
Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында булған ысын хәл был. Ирен яратып, уның баһаһын күтәреп йәшәгән ҡатындарҙың асылын күрһәткән ваҡиға. Мөхәббәттең милләте юҡ, тиҙәр, һөйөүҙең ҡөҙрәте сикһеҙ. Бер-береһен ихлас яратып, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләп, яҡындары өсөн йән атып йәшәгәндәр эргә-тирәһендә, бөтә ерҙә йылылыҡ, яҡтылыҡ булыуын теләй, йәмғиәт, ил, донъя именлеген һаҡларға ынтыла.
“Тылы” ныҡтың биле ныҡ
Миҫал өсөн, 24 йыл дауамында Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советы рәйесе булып эшләгән олуғ милләттәшебеҙ Зекериә Аҡназаровты алайыҡ. Юғары етәкселектә бындай оҙаҡ хеҙмәт иткәндәр бик һирәк. Хәҙерге Баймаҡ районының Ямаш утарында тыуып, республикабыҙҙың “беренсе кешеһе” дәрәжәһенә еткән шәхестең яҙмышы төрлө йәһәттән уйланырға мәжбүр итә. “...Хужалығыбыҙ ярлы ине. Ғаиләлә дүрт балабыҙ. Мин – иң өлкәне. Атайыбыҙ Шәрәфетдин Ғиләж улы ауылдаштар араһында уңғанлығы, асыҡ күңеллелеге, ғәҙеллеге менән ҙур хөрмәт ҡаҙанған кеше ине. Әсәйебеҙ Хәбирә бик иртә – 36 йәшендә генә вафат булды. Ул матур, оҙон буйлы ҡатын ине, тәрән аҡылы менән айырылып торҙо. ... Атайыбыҙ, үҙе грамотаһыҙ булһа ла, балаларының уҡыуға ынтылышын хупланы”, – тигән юлдар бар Зекериә Шәрәфетдин улының “Ваҡыт. Кешеләр. Фекерҙәр” китабында. Тәрән аҡыллы әсәйҙең ғаиләләге роле – иренә йоғонтоһо, бергәләп балаларына белемгә ынтылыш һалыуҙары тойола был яҙманан.
Зекериә Аҡназаров йәшлек йылдарында комсомол эшенә әүҙем инеп китә, шул осорҙа буласаҡ ҡатыны менән таныша. “...Мине ике йылға Свердловскиға уҡырға ебәрҙеләр. Партия мәктәбендә Федора Петровна менән осраштыҡ, ул ҡатыным булып китте”, – тигән юлдар бар иҫтәлектәрендә. Хәҙерге Баҡалы районының Яңы Балыҡлы ауылы ҡыҙы Федора Медведева Свердловскиға килгәнгә тиклем үҙҙәрендәге комсомол комитетында беренсе секретарь булып эшләй. Артабан, кейәүгә сыҡҡас та, комсомол һәм партия органдарында хеҙмәт итә. Иренең, Зекериә Шәрәфетдин улының, 1962 йылдан 1986 йылға ҡәҙәр республикабыҙҙа иң юғары вазифаны – Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советы рәйесе бурысын лайыҡлы атҡарыуында, һис һүҙһеҙ, ҡатынының да өлөшөн билдәләмәү мөмкин түгел.
Федора Петровна иренән алда, 1995 йылда, баҡыйлыҡҡа күсә. Икенсе милләттән булһа ла, Өфөнөң “Ғофран” мәсете янындағы мосолман зыяратында ерләнеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Зекериә Шәрәфетдин улы биш йылдан ҡатыны эргәһенән урын ала...
Аҡназаровтың юлын дауам иткән беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов – республикабыҙҙың яңы дәүләт статусында социаль-иҡтисади йәһәттән үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән шәхес. Оҙаҡ йылдар етәксе бурысын намыҫлы, уңышлы атҡарған, һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәттәрен алға ҡуйған, төбәгебеҙҙе илдең алдынғылары рәтенә сығарған, күңелдәрҙә яҡты киләсәккә ышанысты нығытҡан, дәрт-дарманды арттырған Мортаза Ғөбәйҙулла улының иң яҡын кешеһе, “тыл”дағы терәк-таянысы – татар милләтенән Луиза Ғәлим ҡыҙы булды.
“Ирем тураһындағы фекеремде берәү ҙә үҙгәртә алмаясаҡ”
Белеүебеҙсә, легендар генерал, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың хәләл ефеттәре лә – Елена Степановна һәм Ольга Павловна – башҡа милләт вәкилдәре. Беренсе никахтан тыуған ҡыҙының, атаһы менән әсәһе айырылһа ла, Миңлеғәле Минһаж улының тыуған еренә килеп йөрөүе, туғандары менән бәйләнеште өҙмәүе, байрамдарҙа ҡотлау сәләмдәре ебәрешеп тороуҙары (Шайморатовтың туғаны, Ҡырмыҫҡалыла тыуған яҡты өйрәнеү ойошмаһы рәйесе Резида Әхтәмованың һөйләгәндәренән) – әлбиттә, әсәһе Елена Степановнаның күркәм тәрбиәһенәндер.
Икенсе ҡатыны Ольга Павловна ла Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Миңлеғәле Минһаж улының тыуған яғын килеп күрә, уның туғандары менән аралашып йәшәй. “...Мин иремдә иң яҡшы кешелек сифаттарын таптым. Беҙ бер-беребеҙҙе яраттыҡ, хөрмәт иттек. Эшебеҙҙә ниндәйҙер ауырлыҡ булһа, быны бер-беребеҙҙең йөҙөнә күҙ һирпкәндә үк аңлай инек. Ошолай кисерештәрҙе бер ҡараштан “уҡыу” һирәктәрҙә була, – тигән хәтирәләре яҙып алынған Ольга Павловнаның. – Ә уның фронттан яҙған хаттары һуң? Ҡыҫҡа ғына булһалар ҙа, уларҙа шул ҡәҙәр мөхәббәт һәм һағыш ине! Ирем тураһында күңелемдә тик яҡшы иҫтәлектәр генә һаҡлана. Улар булды, бар һәм буласаҡ. Ирем хаҡындағы фекеремде берәү ҙә бер ҡасан да үҙгәртә алмаясаҡ...”
Ысын һөйөүҙең, тоғролоҡтоң, ирҙе ир итә белеүҙең асыҡ сағылышы был. Әҙәм балаһындағы ундай юғары сифаттар, изге хис-тойғолар мәңгелек – ғүмер юлдашы баҡыйлыҡҡа күскәс тә һүнмәй, башҡаларға маяҡ булып балҡып тора.
Бар ғүмерем минең – һине эҙләү...
Халҡыбыҙҙың талантлы улдарына талмаҫ ҡанат ҡуйған бөйөк ҡатындар араһында Надежда Васильевна Ғарипова айырым урынды алып тора. Яҙмышын башҡорт егете менән бәйләгән украин ҡыҙы, гүйә, иренең ярты йәненә әүерелә. Ғүмере халҡы, туған теле, ере өсөн өҙлөкһөҙ көрәштә үткән, ялҡынлы йөрәкле шағир Рәми Ғарипов ниндәй генә ауырлыҡтарға дусар ителмәһен, янында һәр саҡ уға ышанған, ижадының ҡөҙрәтенә инанған, юғарылығын һаҡлаған тоғро ҡатыны – Надеждаһы була. Иренең туған телендә – башҡортса һөйләшә, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы яратып башҡара, башҡорт рухлы һоҡланғыс балалар үҫтерә... Тормош ваҡлыҡтарынан, йырып сыҡҡыһыҙ ҡыйынлыҡтарҙан өҫтөн тороп, Ғариповтар халҡыбыҙға мәңгелек мираҫ – олуғ шағирҙың ҡиммәтле ижадын ҡалдырыуға өлгәшә. Шулай уҡ ике милләт вәкиленән ҡоролған ғаиләнең дә бер маҡсатта йәшәй алыуын, һөйөүҙең ниндәй оло ҡөҙрәткә эйә булыуын үҙҙәренең өлгөһөндә күрһәтеп, гүйә, киләсәк быуындарға фатиха биргәндәй улар.
Билдәле шағирә, журналист Лариса Абдуллинаның “Шағир ҡатыны” тигән яҙмаһынан өҙөк килтереп үтәйек: “...Халыҡ шағирының Р. Зорге урамындағы төрлө сығыштарҙа, мәҡәләләрҙә йыш телгә алынған фатирына барҙыҡ. Бында үҙе бер ижади мөхит икән! Рәми ағайҙың өҫтәле, ҡулъяҙмалары, китапханаһы... Былар барыһы ла, әлбиттә, яңы ижади һәм фәнни эшемә йоғонто яһамай ҡалманы. Етмәһә, Надежда Васильевнаға ла эстән генә тәрән һоҡланыу менән ҡарай инем. 1990 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы барышында Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уның менән осрашыу ойошторғайнылар. Шунда ул, шағирҙың шиғырҙарын башҡортса һөйләп, “Бар ғүмерем минең – һине эҙләү” тигән йырын башҡарып, барлыҡ тамашасыны илатҡайны. Әле булһа шул тетрәндергес ауаз ҡолаҡта сыңлай. Ул тауышта тәрән һөйөү ҙә, аңлатып бөткөһөҙ һағыш та, йән әрнеткес һыҙланыу ҙа бар ине.
...Шағир Рәми Ғарипов үҙе иҫән сағында ете китабын сығарыуға өлгәшә, әммә уның бик күп ижад емештәре ҡулъяҙма көйөнсә өйөндә һаҡлана. Уларҙың һаҡсыһы, тоғро фәрештәһе – Надежда Васильевна. Рәми ағайҙың көндәлектәре, тәржемәләре, хаттары үҙе вафатынан һуң донъя күрҙе. Ҙур ижади багаждың һаҡланып ҡалыуында Надежда Васильевнаның өлөшө бик ҙур! Хәтеремдә, ул һәр ҡулъяҙманы, хатта бер үк шиғырҙың бер нисә вариантын таҫлап һалып ҡуйып һаҡлай ине. Рәми ағайҙың яҙмалары береһе лә юғалмаған, тиергә була. Уның хәләл ефете шағир иренең асылына, ижадына ғүмеренең ахырынаса тоғро ҡалды. “Шағир ҡатыны” тип аталған был шиғырым уның яҡты иҫтәлегенә арнала:
Шағир ҡатындары төрлө була –
Йондоҙ табышҡаны сөм күктән.
Гүйә, улар тәүге көнөнән үк
Бер үк йәнде бүлеп йөрөткән.
Төрлө була шағир ҡатындары –
Шиғырҙарҙы утҡа яҡҡаны.
Нескә тойғоларҙың нур ебенән
Ишеүсе бар арбаҙ арҡанын.
Шағир ҡатындары төрлө була –
Йөрәгенән усаҡ яҡҡаны.
Шағир ғүмерҙәре өҙөлһә лә,
Гүйә, дауамы ул – ал ҡаны.
Төрлө була шағир ҡатындары –
Шиғырҙарҙан байлыҡ көткәне.
Әйтерһең дә, шағирҙарҙың йәне
Алтын-көмөштәрҙең тирмәне.
Шағир ҡатындары төрлө була...
Уның кеүек Һин дә берҙән-бер!
Башҡа диндән,
Башҡа халыҡтан һин –
Башҡортлоғоң ләкин сихри сер!
Тоғролоҡтоң баһалары башҡа,
Күктән төшә уға хаҡ әмер.
Йондоҙлоғоң – Шағир йондоҙлоғо!
Ә йондоҙоң Һинең – тик Рәми!”
Ябай ҡурайҙа – көс-ҡеүәтебеҙ сағылышы
Оло мөхәббәткә һәр заманда ла дан йырлана, ул – әҙәби әҫәрҙәрҙең “йәне”, донъяның “кендеге”. Һөйөүгә ҡоролған ғаилә башҡаларға ла нурын мул өләшә, үҙ артынан әйҙәй, күңелдәргә ғәм, сәм өҫтәй. Унда ир менән ҡатын бер-береһенең ҡараштарына, асылына, рухи ҡиммәттәренә, ынтылыштарына иғтибарлы, ихтирамлы була. Икеһе ике милләттән икән, милли үҙенсәлектәр тағы ла сағыуыраҡ балҡыш алыусан. Бының нигеҙендә лә, һис һүҙһеҙ, ғаиләлә “муйын” булған ҡатындың тәрән аҡылы ята.
Күптән түгел республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Владимировна, улдары Фәритте тыуған көнө менән ҡотлап, ҡурайҙа “Түңәрәк күл” көйөн башҡарҙы. Үҙе башҡа милләттән булған әсәй, башҡорт иренең, балаларының милли асылын һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе, тамырҙарын нығытыуҙы хәстәрләп, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡатмарлы һөнәрҙе үҙләштергән – тынлы музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгән. Ябай үләндән яһалған ҡурай, гүйә, халҡыбыҙҙың көҙгөһө: ябай тәбиғәт балаһының эске көс-ҡеүәтен, һынмаҫ рухын сағылдыра. Ул һәр башҡорттоң өйөндә булырға, балаларға дөрөҫ юлды күрһәтеүҙә әүҙем файҙаланылырға тейеш. Әлеге сығышы аша Каринэ Владимировна ошо хәҡиҡәтте дәлилләп, милли киләсәгебеҙҙе тәрбиәләгән ғаиләләргә күркәм өлгө күрһәтте.
Башҡа милләттән булған әсәй ҡурайыбыҙға оло ихтирамы аша тотош башҡорт халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә хөрмәтен, яҡты киләсәгенә ышанысын күрһәтте. Тормош юлдашын, балаларын сикһеҙ яратыуын, уларҙың рухи тамырҙарын һаҡлауға, үҫтереүгә өлөш индерәсәген һүҙҙә генә түгел, ә ғәмәлдә раҫланы. Оло мөхәббәттең ҡөҙрәте был. Төрлө милләттәрҙең бер-береһен нығыраҡ тулыландыра, сағыуыраҡ балҡыта алыуына дәлил.
“Мин!” тип түгел, ә “Беҙ!” тип йәшәргә өйрәнәйек
Был мәсьәлә буйынса динебеҙгә мөрәжәғәт иткәндә, иң тәүҙә “Әл-Хөжөрат” сүрәһендәге 13-сө аят һабаҡ бирер: “Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәүем иттек. Аллаһ ҡаршыһындағы иң хөрмәтлеһе – тәҡүәлеһе”. Тәҡүәле, тимәк, иманлы, Аллаһтан ҡурҡыусы. Уға кешелектең барлыҡ күркәм сифаттары инә, шул иҫәптән – халыҡтарҙың бер-береһен, диндәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеүе.
“Һин – шул милләттән”, – тип кемгәлер түбәнһетеп ҡарау динебеҙгә бөтөнләй хас түгел. Бындай холоҡ Иблистекен хәтерләтә. Билдәле булыуынса, ул, тәкәбберлек күрһәтеп: “Эй, Раббым! Һин кешене – ерҙән, ә мине уттан яраттың”, – тип әҙәм балаһынан үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбатларға маташҡан һәм әле лә кешеләрҙе хаҡ юлдан яҙҙырыу өсөн боҙоҡлоҡтарын ҡылып ҡына тора. Шуға ла “Мин!” тип түгел, ә “Беҙ!” тип йәшәргә өйрәнергә, ғаиләнең, йәмғиәттең бөтөнлөгөн һаҡларға тырышырға тейешбеҙ.
Ҡөрьәндә тәкәбберлек иң яман һыҙат булараҡ телгә алына. Ул – булғанды тарҡатыусы. “Тәкәбберлеккә бирелмәгеҙ. Был һыҙат – шайтан фиғеле”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм. Һауаланмаһаҡ, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, уртаҡ мәнфәғәтте ҡайғыртып йәшәһәк, ғаилә тормошобоҙ ҙа, йәмғиәт тә өлөштәргә бүленмәҫ, ә дөйөм көс менән алға барыр, тип өйрәтә динебеҙ.
Пәйғәмбәребеҙҙең: “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһ Тәғәлә уларға рәхмәтен ебәрә”, – тигән һүҙҙәре, һуңғы тапҡыр хаж ҡылғанда һөйләгән хушлашыу вәғәзендә “Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ!” тип бер нисә тапҡыр ҡабатлауы һ.б. барыһы ла – был яҙмала әйтелгәндәргә ныҡлы нигеҙ. “Тыныслыҡ яратығыҙ, татыу булығыҙ, Аллаһҡа буйһоноғоҙ, мәжүсилек мәлендәге кеүек айырымланыуҙарға юл ҡуймағыҙ һәм тарҡалыу өсөн башҡа сәбәптәр эҙләмәгеҙ! Шайтан артынан бармағыҙ, ул һеҙҙе бүлгеләнеүгә илтә. Ул бит һеҙҙең өсөн – ысын дошман”, – “Әл-Бәҡара” сүрәһендәге был аяттар ғаиләнең һәм тотош йәмғиәттең именлеген һаҡлауға саҡыра.
Динебеҙ башҡа халыҡтарға ихтирам менән ҡарарға әйҙәй. Шул уҡ ваҡытта ҡатынды үҙ милләтеңдән генә һайларға кәрәк тигән шарт юҡ. Мосолман башҡа халыҡ вәкилен кәләш итеп алып, уны Ислам ҡанундарына йәлеп итһә, иманлы балалар үҫтерһә, ҙур сауап ала, тигән төшөнсә лә һалынған динебеҙ ғилеменә.
* * *
Халҡыбыҙ тарихында, бөгөнгөһөндә төрлө милләттәрҙең берҙәмлеккә ынтылып, бер-береһен алға, юғарыға әйҙәп йәшәүенә миҫалдар күп. Бәләкәй дәүләт булған ғаиләләргә лә хас был сифат. Оло мөхәббәт, ихтирам-хөрмәт хөкөм һөргән был бәләкәй дәүләттәр тарҡалмаһын, милләт-ара татыулыҡтың, һөйөү көсөнөң матур өлгөһөн күрһәтеп ғүмер кисерһен.
Үрҙә “Аллаһ ҡаршыһындағы иң хөрмәтлеһе – тәҡүәлеһе” тигән аят телгә алынғайны. Ошо аманатты иҫтән сығармайынса, иң хөрмәтле халыҡ булырға ынтылып йәшәйек.
Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите.