Миләүшә дипломын башҡорт поэзияһы буйынса яҙған, егерменсе быуаттың икенсе яртыһын, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Салауат Әбүзәр, Рәйес Түләк һәм башҡа шағирҙарыбыҙҙың ижадын шул тиклем тәфсирләп, ентекле анализдар эшләп, параллелдәр үткәреп, тырышып эшләне ул ғилми эшен. “Шул тиклем ҙур яңылыҡ булды, башҡорт поэзияһы тураһында тағы ҡасан белер инек, дипломдың тулы вариантын ебәрегеҙ әле,” – тип әйткәндәр комиссиялағы Мәскәү ғалимдары.
“У нее получилась совершенно новая, профессионально написанная картина башкирской поэзии второй половины XX века – новые имена, новые стихи, новый взгляд на классиков, новые отражения в критике”, - тип баһалама яҙған Мәскәү рецензенты һәм хеҙмәтте дауам итеп, китап яҙыр кәрәк тигән һығымта эшләгән.
“Мин бик тулҡынландым, әммә ғилми етәксем мине яҡшы һөйләнегеҙ тип маҡтаны”, - тине Миләүшә. Ысынлап та, ҡыҙҙың телмәре рус телендә лә, башҡорт телендә лә бик яҡшы ҡуйылған, дикцияһы шәп, йөкмәткеһе тулы, логик эҙмә-эҙлекле, аңлайышлы.
Миләүшә өсөн сикһеҙ шатбыҙ, Башҡортостан ғорурлығы бит ул. Дүрт йыл буйы тик “бишле”гә уҡып, юғары стипендиялар алып йөрөгән ҡыҙ Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап сығып килә.
Был уңышта, әлбиттә, иҫ киткес илһөйәр, һәләтле әсәһенең, рухлы олаталары-өләсәләренең дә өлөшө ҙур. Әйткәндәй, тырыш ҡыҙҙың ағаһы, юрист Нияз Муллағолов әлеге ваҡытты МХО-ла. Ниязға ла имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Муллағоловтар ғаиләһенә шул тиклем шәп балалар үҫтергәне өсөн “Афарин!” - тип әйтәбеҙ.