-6 °С
Ҡар
Был матур һәм колоритлы байрам республиканың иҫтәлекле даталары календарына күптән түгел индерелгән. Үҙеңдең үткәнеңде, тарихыңды, ата-бабалар йолаһын, кейемен онотмаҫ өсөн эшләнелә. Башҡортостанда 164 халыҡ вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, традициялары, мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Милли кейем – һәр халыҡ мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Уны традициялар һәм йолалар шикелле күҙ ҡараһы кеүек һаҡлар кәрәк.