-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2025, 14:15

Кинотеатр экрандарына - “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт”

24 апрель кинотеатр экрандарына “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” («Лето. Город. Любовь») фильмы сыға. Кинокартина мөхәббәт хисенең ни тиклем төрлө-төрлө була алыуы хаҡында бәйән итә. Фильм Өфөнөң иң билдәле урындарында ғына төшөрөлгән, кино һөйөүселәр Өфө ожерельеһы, Яҡутов һәм Салауат паркын, Арт-Квадратты, Черниковка биҫтәһен таныясаҡ.

Кинотеатр экрандарына - “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт”
Кинотеатр экрандарына - “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт”

Фильм һәләтле башҡорт режиссерҙарынан торған уникаль команда тарафынан тыуҙырылған. Улар - Айнур Асҡаров, Виталий Дудка, Айрат Әбүшахманов, Айсыуаҡ Йомағолов, Руслан Юлтаев, Айҙар Аҡманов һәм Руслан Римович.

Кинокартинаға Рәсәй йондоҙҙары - Владимир Гарцунов, Валентина Ляпина, Янис Политов, Илья Виногорский, Александр Рожковский һәм Николай Галлямов, шулай уҡ Өфө театрҙарының билдәле артистары Азат Йыһаншин, Алмас Әмиров, Рушана Бабич, Николай Рихтер, Полина Шабаева, Артур Ҡунаҡбаев, Ольга Мусина һәм башҡалар йәлеп ителгән. Фильмда  Эмир Пайдем и Белла Шайхинурова кеүек иң йәш актерҙар ҙа төшкән.

Проект АНО “Медиастарт” креатив индустрия үҙәге һәм “Аскарфильм” кинокомпанияһы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылған.

Фильмдың премьераһы 20 апрель 47-се Мәскәү Халыҡ-ара Кинофестивалендә  күрһәтеләсәк.

Йәш сикләүе 16+. Пушкин картаһы менән инергә була.

 

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас