-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2025, 14:45

Беренсе кварталда “Рувики” энциклопедияһын 22 миллиондан артыҡ кеше ҡулланған.

2025 йылдың тәүге өс айы эсендә Рәсәйҙең “Рувики” интернет-энциклопедияһында 29 мең яңы материал барлыҡҡа килгән. Мәҡәләләрҙең дөйөм һаны 2 миллион 100 меңдән артып киткән. Яһалма интеллект нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңылыҡтарҙы ҡуйыу арҡаһында  ресурсҡа 22 миллиондан артыҡ кеше ингән.

Беренсе кварталда “Рувики” энциклопедияһын 22 миллиондан артыҡ кеше ҡулланған.
Беренсе кварталда “Рувики” энциклопедияһын 22 миллиондан артыҡ кеше ҡулланған.

“Рувики” мәҡәләләре араһынан иң уҡымлы мәҡәләләр:

-Рәсәй;

-Украиналағы хәрби ваҡиғалар (2022 йылдан);

-Гренландия.

Уҡыусыларҙы статистик мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындыра:

  • миллиардерҙар исемлеге;
  • Marvel фильмдары исемлеге;
  • халыҡ иҫәбе исемлеге.

 

Иң уҡымлы текстар - Александр Овечкин тураһында, Беренсе каналдағы фигуралы шыуыу буйынса материалдар. Рәсәй яҙыусылары – Пушкин, Ахматова, Тютчевтың биографиялары.

 

Йыл башынан “Рувики” уҡыусылар өсөн дә, авторҙар өсөн дә яҡшырҙы. Төп бите яҡшырҙы – ул уңайлыраҡ, ә мобиль версияһында мәҡәләнең төп фекере материалдың карточкаһында уҡ бирелә. “Рувики” хәҙер мәҡәләне һөйләй: нейросеть тексты ябайыраҡ, ҡыҫҡараҡ итеп бирә.

VK ID  аша авторизациялауға Яндекс ID аша авторизациялау өҫтәлде. 800-ҙән ашыу автор мәҡәләләргә индергән өлөштәре өсөн приздар алды.

“Рувики” энциклопедияһының “РФ халыҡтары телдәре” бүлегендә иң күп ҡаралған бүлектәр:

татар телендә;

башҡорт телендә;

мари телендә;

яҡут телендә;

чечен телендә.

Автор:
Читайте нас