-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2025, 18:01

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ” мәғрифәтселек акцияһы ойошторола

26-28 апрелдә "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" мәғрифәтселек акцияһы үтәсәк. Ул ике форматта: онлайн һәм оффлайн була.

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ” мәғрифәтселек акцияһы ойошторола
“БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ” мәғрифәтселек акцияһы ойошторола

Маҡсаты – киң йәмәғәтселектең иғтибарын туған телде өйрәнеүгә йүнәлтеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен алға ебәреү һәм популярлаштырыу.

Акцияла теләгән бер кеше ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап, онлай йәки оффлайн форматта яҙа ала.

БСТ каналы буйынса тура трансляция 2025 йылдың 26 апрелендә сәғәт көндөҙгө 11-ҙә була.

Мғлүмәт буйынса ентеклерәк   https://bashdictant.ru/ 
ссылкаһы буйынса

 

Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

 

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас