-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2025, 18:00

Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!

20 мартта “Торатау” конгресс-холында беренсе тапҡыр урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттары араһында башҡорт телендә «Колледждар кубогы»на “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” (КВН) фестивале  үтте! Фестивалдә почетлы ҡунаҡтар – йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабировтың, ә жюри составында  БР Йәштәр сәйәсәте министрлығының территориаль инициативаларҙы яҡлау бүлеге начальнигы Азат Хафизовтың булыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.

Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!

Уйын һөҙөмтәләре буйынса 1 урынға М. Аҡмулла исемендәге БДПУ Колледжынан “Аҡмулла егеттәре” сыҡһа, 2-се урынды  Нефтекама нефть колледжынан «Тегеләй-былай» һәм Валеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжынан  «Йыуаса» командалары алды. Ә 3-сө урынға иһә Башҡорт кооператив техникумынан “Берҙәмлек” һәм Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт колледжынан «Тыпыр-тыпыр» командалары лайыҡ булды.

Уйынға әҙерлек барышы тураһында һорап, беҙ Нефтекама нефть колледжынан Айгөл Салауат ҡыҙы Йәһүҙинаға һәм Башҡорт кооператив техникумынан Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы Абдуллинаға мөрәжәғәт иттек.

“Беҙ 3 йыл КВН-да. Йыл һайын программа яҙабыҙ. Тормошта булған  хәлдәрҙе юморға әйләндерәбеҙ. Студент тормошон, донъяла барған көнүҙәк хәлдәрҙе юмор аша күрһәттек. Етәксеһе мин - Йәһүҙина Айгөл Салауат ҡыҙы. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына әҙәби башҡорт телендә һөйләү еңелдән түгел, әммә төрлө райондарҙан йыйылған студенттар тырышты һәм тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Быйыл беҙ – икенсе!”- тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Айгөл Салауат ҡыҙы.

“Бындай уйынды тәү тапҡыр ойошторам, шуға башта, үҙем генә тотонғанда, ауыр булды”, – тип, йәшермәне Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы. – “Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр бындай уйынға әҙерләп алып барырға тейеш инем. Күҙ алдына ла килтерә алмай йонсоном. Үҙемсә сценарий яҙҙым. Аҙаҡ команда йыя башланым. Ике студентым шунда уҡ ҡуш ҡуллап риза булды. Икәү менән генә булмай бит инде тип, төркөмдәр буйлап тағы ла үҙем белгән башҡорт балалары менән һөйләшә башланым. Табылдылар, риза булдылар... Баҡһаң, был студенттарым элек мәктәп йылдарында үҙҙәрен КВН-да һынап ҡарағандар икән... Белгән балалар менән эшләү еңел булды. Мин башлаған эште үҙҙәре еренә еткереп эшләп бөтөрөп ҡуйҙылар”.

Бына шулай хәҙерге йәштәр! Үҙҙәре шаян, үҙҙәре тапҡыр бит улар!

Беренсе тапҡыр башҡортса үткән “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” фестивале артабан да дауам итһен тигән теләктә ҡалабыҙ.

Роза Хөснуллина.

 

Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Беренсе тапҡыр – башҡортса КВН!
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас