“Кампус төҙөү - республиканың юғары мәктәбе инфраструктураһының фундаменталь үҙгәреүе, сөнки 4,5 меңгә яҡын студент урыны барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәүенә, был ғәҙәти ятаҡ ҡына түгел, ә студенттар өсөн төҙөлгән ҡунаҡхана тиергә лә була. Бында студенттар өсөн уңайлы мөхит булдырыла: театр ҙа, стадион дя яҡын, – тине Радий Хәбиров. - Бында коворкингылар, стартаптар ҙа бар. Юғары уҡыу йортона ингән студенттар сифатлы уҡыу өсөн кәрәкле бөтә нәмәне аласаҡ”.
” Башҡортостан конкурс буйынса һайлап алыуҙың тәүге еңеүселәре араһында ине һәм IQ-парктың зданиеһы төҙөлөп бөткән беренсе регион булды. Йыл буйына IQ-парк уңышлы эшләп килә. Ҙур Кампустар проектын тормошҡа ашырыу - ҡалалар өсөн бик мөһим һәм әһәмиәтле күренеш. Кампустар төҙөтөү Рәсәй президенты башланғысы тарафынан эшләнә һәм 2030 йылға тиклем беҙҙең илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Студенттар беренсе класлы шарттарҙа йәшәйәсәк, йылы үткәүелдәр буйынса IQ-паркына үтәсәк, унда улар уҡыясаҡ. Беҙ бындай төҙөлөштәргә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ. Төҙөлөш ваҡыты бик ҡыҫҡа. Республикала ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырған төҙөүселәр командаһы кәрәк саҡта барыһын да тапшырыр, тип ышанам. Уңыштар теләйем!” – тине Айрат Ғәтиәтов, журналистар һорауына яуап биреп.
Мәғлүмәт һәм фотолар “Башинфом” сайтынан алынды.