-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2025, 20:11

Радий Хәбиров студенттар менән осрашты

Боронғо атай-олатайҙары башҡорт ерендә почта ямын алып барһа, уларҙың вариҫы, йәш айтишник, Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжы студенты Илнур Әҙеһәмов электрон бәйләнеште булдырыу өҫтөндә эшләй. Ул сайттар булдыра. Етди егетте киләсәктә IT-специалистарҙың эш урындары тураһында һорау борсолдора.   Шуға ла кисә, 5 мартта, Евразия НОЦ-ы - юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Радий Хәбиров менән осрашыу барышында йәш егет республика башлығына уны ғына түгел, ә башҡа бик күп йәш айтишниктарҙы ҡыҙыҡһындырған актуаль һорауҙы бирҙе:

Радий Хәбиров студенттар менән осрашты
Радий Хәбиров студенттар менән осрашты

 “IT-вакансиялар  баҙарында яңы башлаған белгестәр бик күп, ә ундай компаниялар әҙ. Республикаға ситтән кешеләр бик күп килеп, унда урынлашасаҡ, ә Өфөнән сыҡҡан ябай белгестәргә ундай компанияларға нисек урынлашырға?”

“Мин Башҡортостан патриоты, минең өсөн һәр саҡ беҙҙә йәшәүселәр беренсе урында буласаҡ. Бер ҡасан да беҙҙең студенттар өсөн эш урындары кәмемәйәсәк, ныҡышмал булығыҙ, бер ерҙә килеп сыҡмаһа, икенсе ергә барығыҙ”, - тигән кәңәш бирҙе ресспублика етәксеһе.

 

Радий Хәбиров студенттар менән осрашты
Радий Хәбиров студенттар менән осрашты
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас