Журналыбыҙ иғлан иткән тағы бер конкурс халҡыбыҙҙың бөгөнгө ҡаһарманлығына, батырлығына һәм сыҙамлығына арнала. Еңеүгә ышанған һәм ошо оло һәм дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән, ҡатнашҡан, фиҙаҡәрлек күрһәткән һәр кемде «Еңеү юлында» тигән бәйгегә ҡушылырға саҡырабыҙ! Конкурс тематикаһына ярашлы, илебеҙҙәге патриотик рухты сағылдырған һәм халҡыбыҙҙың яугирҙәренә ысын ярҙамын күрһәткән ижади эштәр ҡабул ителә. Мәҡәлә үҙенсәлекле булһа һәм ваҡиғалар ентекле бәйән ителһә ине.
Һәр эшкә автор тураһында ҡыҫҡа мәғлүмәт (исем-шәрифен, йәшәү урынын, бәйләнеш өсөн телефонын) ҡушып яҙығыҙ.
Мәҡәләләр декабргәсә ҡабул ителә, уларҙы электрон почтаға, социаль селтәр аша йәки почта адресы буйынса ебәрә алаһығыҙ.
Иң яҡшы эштәр «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫыла һәм социаль селтәрҙәргә ҡуйыласаҡ, шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк!