+30 °С
Облачно
Новости
15 Февраля 2025, 13:20

Милли рухта тәрбиә

Өфө районы Шамонин ауылынан Лилиә СЫҢҒЫҘОВА – «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Бәләкәстәр өсөн башҡорт тематикалы уйынсыҡтарҙы үҙе лә эшләй ул.

Милли рухта  тәрбиәМилли рухта  тәрбиә
Милли рухта тәрбиә

«Башҡорт пазлы» балаларҙың логикаһын үҫтерә, ваҡ бармаҡ суҡтарын нығыта, ә бына сюжеты Башҡортостан тәбиғәте, баш ҡалаһы Өфө, ундағы иҫтәлекле урындар менән таныштырыуы, балаларҙың күҙаллауын үҫтереүе менән әһәмиәтле. Пазлдар өсөн һүрәттәр табып, төҫлө принтер аша фотоҡағыҙға сығарҙыҡ. Фотосалонда пазл формаһында ҡырҡып бирҙеләр.

«Серле шаҡмаҡ». Интерактив кубикка башҡорт батырҙарын, әкиәттәрен урынлаштырҙыҡ. Ул шулай уҡ бала өсөн көтөлмәгән асыш, сюрприз булып та тора. Танып белеүгә, баланың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Һигеҙ кубикты бер-береһенә скотч менән йәбештерҙек, аҙаҡ сюжетлы һүрәттәрҙе дүрткә, һигеҙ өлөшкә бүлеп беркеттек. Шаҡмаҡтарҙы әйләндергәндә бер бөтөн сюжет килеп сыға.

Башҡорт биҙәктәре, төҫтәр, кейем-һалым, ҡаралты, байрамдар, башҡорт келәмдәре темаһына «Киҫмә һүрәттәр» бар. Дидактик уйындар халыҡтың мәҙәниәте менән таныштыра, патриотик рух тәрбиәләй. Был уйынды ла тәүҙә компьютерҙа электрон вариантын эшләп, төҫлө принтерҙан үткәрәбеҙ, аҙаҡ ламинат ҡағыҙы менән ҡатырабыҙ.

«Башҡортса доббль» балаларҙы башҡорт аш-һыуы, биҙәүестәре, кейем-һалымы менән таныштыра, ҡыҙыҡһындыра. Компьютер ярҙамында һүрәттәр йыйып, түңәрәк ҡағыҙға урынлаштырҙыҡ. Уйында 50 карточка була. Уйнаусыларға берәр карточка таратып бирелә, ҡалғандары уртала ята. Уйындың маҡсаты – карточкалар араһынан үҙеңдә булған һүрәт менән тап килгәндәрен тиҙ генә йыйып алыу. Кем күберәк карточка йыя – шул еңеүсе була. Уйын балаларҙы етеҙлектә һынай, эмоциялар менән идара итергә, дуҫтарың өсөн ҡыуанырға өйрәтә», – тип аңлата ул.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас